Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Өфөләге мосолмандар өммәте менән осрашты. Дәүләт башлығы менән осрашыуҙа юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин һәм төрлө төбәктәрҙән дини лидерҙар ҡатнашты. Осрашыуҙа шулай уҡ РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота һәм Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов та булды.
Мосолман мәғарифын үҫтереү, конфессия-ара татыулыҡты нығытыу һәм экстремизмға ҡаршы көрәш осрашыуҙың төп темалары булды. Дмитрий Медведев, дини тәғлимәттәр нигеҙен һәм мәҙәниәтен белмәү йәштәрҙең төрлө экстремистик ағымдарға еңел ылығыуына сәбәп булып тора, тип билдәләне.
— Белемһеҙлек хәүефле, — тине ул. – Дин буйынса белемһеҙлек икеләтә хәүефле.
Дмитрий Медведев һүҙҙәренсә, ил етәкселеге Рәсәйҙәге экстремизм башланғыстарының барыһын да тамырынан өҙөргә тырышасаҡ. Ул һуңғы арала Төньяҡ Кавказда экстремизмға ҡаршы көрәшкән бик күп дини лидерҙарҙың һәләк булыуын хәтергә төшөрҙө.
— Был кешеләр үҙ халҡы, үҙ дине өсөн зыян күрҙе, — тип билдәләне РФ Президенты.
Экстремизмға ҡаршы көрәшеүҙәге төп алымдарҙың береһе, Дмитрий Медведев фекеренсә, — мосолман мәғарифын һәм мәҙәниәтен үҫтереү. Был йүнәлештә һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә ярайһы ҙур уңыштар күҙәтелә. Әгәр 1990-сы йылдар башында илдә ни бары 90 мәсет булып, бер генә мосолман уҡыу йорто ла эшләмәһә, хәҙер ете мең самаһы мәсет һәм 90-дан ашыу уҡыу йорто бар. Һуңғы дүрт йылда ғына Рәсәйҙә 300-ҙән ашыу мәсет төҙөлгән. Дмитрий Медведевдың билдәләүенсә, иң әүҙем төҙөлөш Башҡортостанда, Татарстанда, Төньяҡ Кавказ республикаларында алып барылған.
Президент әйтеүенсә, бөгөн Рәсәйҙә ислам мәҙәниәте һәм тарихы буйынса уҡытыусылар әҙерләү буйынса махсус программа эшләй, ил тарихында тәүге тапҡыр «Ислам идеологияһы» дисциплинаһы буйынса дәүләт стандарты әҙерләнгән, илдәге 21 төбәктең мәктәптәрендә дини этика һәм мәҙәниәт нигеҙҙәре уҡытыла, һәм был практиканы бөтә Рәсәйгә таратыу планлаштырыла.
Конфессия-ара һәм милләт-ара татыулыҡты нығытыу мәсьәләһенә туҡталып, Дмитрий Медведев, айырыуса бөгөн, ҙур сәйәси ваҡиғалар алдында торғанда, илдә тыныслыҡ һәм тотороҡлоҡто һаҡлау мөһим, тип билдәләне.
— Беҙ күп милләтле, күп конфессиялы дәүләт, — тине Президент. – Әммә үҙебеҙҙе берҙәм ил граждандары итеп хис итеү менән бергә, меңәр йылдар дауамында формалашҡан бергә йәшәй белеү һәләтен дә юғалтмау мөһим.
Тәлғәт Тажетдин Дмитрий Медведевҡа Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының тарихы, илдәге мосолман өммәтенең мәғарифты үҫтереү һәм экстремизмға ҡаршы көрәшеү саралары тураһында һөйләне.
— Рәсәй мәсетендә һәр төрлө гастролерҙарға урын юҡ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул. – Беҙҙә традицион Ислам тотҡан һәм уның тәғлимәттәрен өйрәткәндәр генә эшләй.
Юғары мөфтөй Рәсәй ислам университеты ойошторолоуының мөһимлеген дә билдәләне. Ошоноң арҡаһында йәштәребеҙ хәҙер традицион Рәсәй исламынан ҡырҡа айырылыусы башҡа төрлө мосолман ағымдары киң таралған сит илдәргә йөрөмәйенсә, дини белемде Рәсәйҙә ала ала.
Тәлғәт Тажетдин илдәге барлыҡ мосолмандарҙы алдағы һайлауҙарҙа гражданлыҡ бурысын үтәргә, ватаныбыҙҙың берҙәмлеге һәм илде нығытыу өсөн тауыш бирергә саҡырҙы.