Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+16 °С
05:44 (UTC+5), 18 Ноября 2011

Рөстәм Хәмитов «Система» акционерҙар финанс корпорацияһының предприятие етәкселәре менән осрашты

"Башинформ" | фото: Олег Яровиков
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Система» акционерҙар финанс корпорацияһы составына ингән республиканың яғыулыҡ-энергетика комплексының предприятие етәкселәре менән осрашты. Кәңәшмәлә «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең топ-менеджерҙары һәм компанияның структур бүлексәләре директорҙары ҡатнашты.
Осрашыуҙа 2011 йылда нефть сығарыу һәм эшкәртеү, нефть продукттарын һатыу буйынса күрһәткестәр хаҡында әйтелде, предприятиеларҙы үҫтереү буйынса пландар тикшерелде.
— Яғыулыҡ-энергетика комплексының Башҡортостан өсөн ниндәй әһәмиәткә эйә булыуын әйтеп тораһы ла түгел, - тине Рөстәм Хәмитов, осрашыуҙа ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп. – Бер нисә һан килтерәм. Республика тупланма бюджетының дөйөм килем күләменең 24 проценты һеҙ етәкселек иткән предприятиеларға тура кула. Был 30 миллиард һумдан ашыу аҡса. Тейәп оҙатылған продукция дөйөм республикалағы күләмдең 50 процентын тәшкил итә. Килем республиканың барлыҡ предприятиелары буйынса – 60%, экспорт күләмдәре – 85%. Шуға күрә яғыулыҡ-энергетика комплексы Башҡортостан Республикаһы иҡтисадының төп өлөшө булып тора, тип әйтергә була. Һеҙҙең пландарығыҙ ҙа, артабан нисек эшләйәсәгебеҙ ҙә беҙҙе ҡыҙыҡһындыра.
Рөстәм Хәмитов бөгөн нефть сығарыуҙың 1970-80-се йылдарҙағы күрһәткестәргә ҡарағанда күпкә түбәнерәк булыуын билдәләне. Ул ваҡытта йылына – 40 миллион тоннаға тиклем нефть сығарылған, ә хәҙер – 12-13 миллионн. Әммә быға ҡарамаҫтан, Рөстәм Хәмитов фекеренсә, республиканың был өлкәлә перспективалары бар.
— Яңы ятҡылыҡтар эҙләүҙе дауам итергә кәрәк, - тине Рөстәм Хәмитов. – Нефть ташыу һәм эшкәртеү өлкәһендә артабан нисек эшләйәсәгебеҙҙе аныҡ аңларға тейешбеҙ. Әммә беҙ химия производствоһы, бәләкәй һәм урта предприятиеларҙа етештереү күләмдәрен арттырыу менән шөғөлләнергә тейешбеҙ.
«Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте идаралығы рәйесе Александр Корсик Рөстәм Хәмитовҡа «Башнефть» компанияһының һуңғы ваҡыттағы төп ҡаҙаныштары хаҡында һөйләне.
— Дөйөм алғанда 15 миллион тонна кимәленә яҡынлашабыҙ, уларҙың 500 мең тоннанан әҙерәге – Ханты-Манси автономиялы округында, ҡалғаны Башҡортостанда сығарыла, - тине ул. – Шуға күрә был өлкәлә алға китеш буласаҡ.
1 из 12
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика