08:18 (UTC+5), 17 Ноябрь 2011

Рөстәм Хәмитов Октябрьский ҡалаһы халҡы менән йәшәү сифаты мәсьәләләрен тикшерҙе

Ғәлиә Нәбиева | фото: Олег Яровиков
16 ноябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Октябрьский ҡалаһы халҡы менән осрашты. Президент бындай осрашыуҙарҙың мөһим булыуын билдәләне.
— Тәү сиратта был республика етәксеһе булараҡ минең өсөн мөһим. Халыҡ менән эшләү, белеүегеҙсә, эшемдең төп принцибы булып тора, - тине ул.
Президент Октябрьский ҡалаһының сәнәғәт производствоһы йәһәтенән дә, республиканың иҡтисади ҡеүәтен үҫтереү йәһәтенән дә мөһим булыуын билдәләне.
Республика башлығы осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙы төбәктең социаль-иҡтисади торошо менән таныштырҙы. Уның фекеренсә, республикаға һәр ваҡыт үҫеш динамикаһы хас булды.
— Әммә биш-алты йыл элек булған динамика әле беҙҙе ҡәнәғәтләндермәй, - тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙгә икенсе йылдамлыҡ, икенсе тиҙлек кәрәк. Йәшәү сифатын яҡшыртыу йәһәтенән беҙ һәр ваҡыт лидерҙар иҫәбендә булырға тейеш.
Башҡортостан Президенты төбәктәрҙең ҙур мөмкинлектәргә эйә булмауы хаҡында ла әйтте.
— Рәсәй Федерацияһы субъеттарында һалым формаһында йыйылған ресурстарҙың яртыһынан ашыуы федераль бюджетҡа йүнәлтелә, - тине республика башлығы. – Бөгөн үҙәк хоҡуҡтарҙы беҙгә бүлеп бирергә тейеш, һәм был хаҡта дәүләт етәкселәре менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеү алып барыла. Мөнәсәбәттәрҙе ҡайтанан ҡарарға кәрәк. Мин Федераль үҙәк менән Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында хоҡуҡтарҙы бүлеү буйынса эш төркөмөнә инәм. Унда ҡыҙыу фекер алышыуҙар үткәрәбеҙ һәм күпселек ресурстарҙы субъекттарға тапшырыу кәрәклеген аңлайбыҙ.
— Йәшәү сифатына килгәндә, халыҡ ихтыяждары өсөн республика ғына түгел, тәү сиратта муниципалитеттар яуап бирергә тейеш, - тип билдәләне Президент. – Шуға күрә был власть кимәлен дә беҙ ресурстар менән тәьмин итергә бурыслыбыҙ. Урындағы власть көслө булһа, субъект власы ла көслө буласаҡ, тимәк, федераль властың көсө лә бынан тора.
2013 йылда һалымдарҙың тос өлөшө муниципалитеттар кимәлендә ҡалһын өсөн, республика бюджет финанслауының бындай төрөнә күсергә планлаштыра, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
— Һалымдарҙың тос өлөшө беҙҙә, Рәсәй Федерацияһы субъекттарында ҡалһын өсөн, шундай уҡ эш федераль үҙәк менән алып барыла, - тине ул.
Үҙ сығышында Президент яңы эш урындарын булдырыу мәсьәләһенә лә ҡағылып үтте.
— Эш урыны – ул яңы предприятие йәки бизнес асыу өсөн мөмкинлектәр булдырыу, йәки яңы производство төҙөү өсөн кредит ресурстарын йәлеп итеү. Былар барыһы ла бик ауыр бирелә. Әммә беҙ инвесторҙар килһен өсөн уңайлы шарттар булдырырға тырышабыҙ. Бөтә Рәсәй Федерацияһында ла инвесторҙар өсөн көрәш бара. Сөнки беҙгә предприятиелар, эш урындары кәрәк.
Эш хаҡы тураһында һүҙ йөрөткәндә, эш биреүселәрҙе лә «ҡыҫырыҡлайбыҙ», - тип билдәләне Президент. – Хәҙер беҙ уларҙың эске иҡтисади күрһәткестәре менән танышабыҙ һәм хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡын тейешле кимәлдә түләүҙәрен талап итә алабыҙ.
Осрашыу барышында республика башлығы торлаҡ төҙөлөшө, күп фатирлы йорт Советтарын булдырыу, балалар баҡсаларында урындар етмәү мәсьәләләренә айырыуса ҙур иғтибар бүлде.
Октябрьский ҡалаһына баһа биреп, Рөстәм Хәмитов сәнәғәт производствоһы үҫеше йәһәтенән ҡаланың яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеүен билдәләне.
— Ҡалала сәнәғәт производствоһы 10 ай эсендә 43 процентҡа артҡан, - тине ул. – Октябрьскийҙа бәләкәй һәм урта бизнес өлкәһендә мәшғүл булған халыҡ өлөшө 42 процент тәшкил итә. Был һандар уртаса республика күрһәткестәренән күберәк.
Ҡала проблемалары хаҡында һүҙ йөрөткәндә, Президент тәү сиратта халыҡты сифатлы эсер һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһен билдәләне.
— Һыу һаҡлағыстар төҙөйбөҙ, киләһе йылға йәнә бер һыу һаҡлағыс төҙөй башлау планлаштырыла. Шуға күрә был мәсьәлә буйынса эшләйәсәкбеҙ. Шулай уҡ балалар баҡсалары, Боҙ һарайы, акушерлыҡ корпусы мәсьәләләрен дә хәл итеү зарур. Декабрь башына дауахана буйынса эштәр тамамланыр, тип уйлайым.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика