Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.25
-0.72
89.14
-0.87
62.51
+0.52
17+ °C
Облачно
Баш
Рус
Eng
Сәйәсәт
15 Ноября 2011, 08:59
Ишембай районында 74 һайлау комиссияһы участкаһы эшләй
Дәүләт Думаһы һайлауҙарында һайлаусылар исемлегенә Ишембай районының 70 меңдән ашыу кешеһе ингән.
Территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Ринат Шәймөхәмәтовтың әйтеүенсә, һайлаусылар иҫәбе районда уртаса алғанда бер мең кешегә артҡан. Һайлаусыларҙың артыуына ҡарамаҫтан, участка һайлау комиссиялары иҫәбе әүәлгесә ҡалған — 74. Уларҙың һаны һуңғы йылдарҙа бер ҙә үҙгәрмәй: райондың тораҡ пункттарында – 35, Ишембай ҡалаһында 39 комиссия эшләй. Участка һайлау комиссияларын формалаштырыуҙа өс партия — «Берҙәм Рәсәй», КПРФ, «Ғәҙел Рәсәй» ҡатнашҡан.
Бөгөн һайлаусылар исемлеге асыҡлана. Бының өсөн участка комиссиялары вәкилдәре өйҙәр буйынса йөрөп, халыҡ иҫәбен барлай.
Автор:
Людмила Терновая
Теги:
һайлау
Читайте нас