Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.01
-0.12
98.72
+0.01
89.29
+0.18
22+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
14 Ноябрь 2011, 12:55

Рөстәм Хәмитов Хабаровскиҙа Дәүләт Советы президиумының яңыртыу мәсьәләләре буйынса ултырышы һөҙөмтәләренә комментарий бирҙе

Бөгөн Хабаровскиҙа Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев етәкселегендә Дәүләт Советы президиумының Рәсәй иҡтисадын яңыртыуҙа төбәктәр ролен арттырыу мәсьәләләре буйынса ултырышы үтте. Дәүләт Советы президиумы ултырышы һөҙөмтәләренә комментарий биреп, Башҡортостан Президенты киләһеләрҙе билдәләне:
— Рәсәй Президенты Дмитрий Анатольевич Медведев ҙур иғтибар бүлгән яңыртыу, әлбиттә, илде үҫтереүҙә мөһим, өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Шул уҡ ваҡытта яңыртыу иҡтисадта ғына түгел, социаль өлкәлә лә, сәйәсәттә лә мөһим.
Сәйәсәттәге яңыртыу – ул власть асыҡлығы принциптарын тормошҡа ашырыу, халыҡ проблемаларын хәл итеүҙә ярҙам итеү. Үҙ эшемдә «Власть халыҡ өсөн!» принцибын ғәмәлгә ашырыуҙы мөһим тип һанайым, һәм ул республика Президентынан алып ауыл советтары башлыҡтарына тиклем властың барлыҡ кимәлдәрендә лә көсөнә инә башланы.
Иҡтисад секторындағы яңыртыу тураһында һүҙ йөрөткәндә, Башҡортостанда ике тиҫтәгә яҡын инновацион инвестпроект тормошҡа ашырылыуын билдәләп үтергә кәрәк. Уларҙың иң мөһимдәре - Өфөлә энергияны һөҙөмтәле файҙаланыу һәм энергия һаҡлау менән шөғөлләнәсәк эре технопарк булдырыу, Благовещенда һәм Тирләндә металлургия заводтарын төҙөү һәм башҡалар.
Социаль өлкәлә күрһәткестәрҙе бер-бер артлы арттырып, аныҡ эш итәбеҙ. Балалар баҡсаларында урындар етмәү мәсьәләһен хәл итеү өсөн саралар күрәбеҙ.
Быйыл республикала мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында яҡынса 8 мең урын булдырыласаҡ, былтырғыға ҡарағанда был 10 тапҡырға күберәк. 2012 йылда был һан – 9 меңгә, 2013 йылда 10 меңгә етергә тейеш. Был маҡсаттарға яҡынса 9 миллиард һум йүнәлтеләсәк.
Яңыраҡ Башҡортостанда «Йорт комитеттары» проекты ғәмәлгә ашырыла башланы. Торлаҡ-коммуналь өлкәлә йәмәғәт контроле системаһын ойоштороу маҡсаты менән күп фатирлы йорттарҙа советтар булдырабыҙ.
Бюджет процестарын, идара итеү технологияларын яңыртыу менән мәшғүлбеҙ. Атап әйткәндә, кәрәк ваҡытта мохтаж булған хужалыҡтарға ваҡытында маҡсатлы средстволар бүлеү яҡлы ауыл хужалығына ярҙам итеү программаһын финанслау принциптарын үҙгәрттек.
Башҡортостан – республиканың муниципаль берәмектәрен төрлө йәштәге кешеләр өсөн дә уңайлы булған ҡалалар селтәренә индереүҙе раҫлаған Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының сертификатын алыусы Рәсәйҙең берҙән-бер төбәге. Оло йәштәгеләр өсөн беҙҙә «Өсөнсө быуын халыҡ университеты», «Социаль туризм» программалары эшләп килә. Инвалидтар өсөн «Асыҡ мөхит» программаһы тормошҡа ашырыла. Республикала Президент етәкселегендәге хәйриә эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса совет булдырылды. Бер һүҙ менән әйткәндә, республика власы гуманлы, халыҡҡа асығыраҡ була башланы һәм бөтә йәмғиәт ҡатламдары менән дә эш итә. Яңыртыу тотороҡло үҫештең мөһим инструменты булып тора.
Автор:Башҡортостан Президентының матбуғат хеҙмәте
Читайте нас: