Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+16 °С
05:53 (UTC+5), 31 Октября 2011

Башҡортостанда ислам нигеҙҙәренән белем биргән 70-тән ашыу уҡытыусы аттестация үтте

Тимур Рәхмәтуллин
Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назаратында бер аҙна барған аттестация дауамында 70-тән ашыу кеше Башҡортостан мәсеттәрендә ислам нигеҙҙәрен уҡытырға хоҡуҡтарын раҫлаусы таныҡлыҡтар алды.
БР мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин, БР мосолмандары Диниә назараты рәйесенең мәғариф мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Руслан Сәйәхов һәм тәжрибәле уҡытыусыларҙан торған аттестация комиссияһы һынау үтеүселәрҙең ислам хоҡуҡтары, йолалары, Ҡөрьән, мосолман этикеты, Мөхәммәт пәйғәмбәр тормошо буйынса белемдәрен тикшерҙе.
Руслан Сәйәховтың билдәләүенсә, уҡытыусыларҙың белем кимәле уҙған йылдар менән сағыштырғанда ярайһы ныҡ күтәрелгән.
Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин әйтеүенсә, бындай тикшереүҙәр даими үткәреләсәк. Ул бынан алдараҡ республика мәсеттәре имамдарының да аттестация үтеүен телгә алды.
— Беҙгә райондарҙағы мәсеттәрҙә эшләгән кешеләрҙең ниндәй белемгә эйә булыуын белеү мөһим, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды мөфтөй. – Аттестация арҡаһында уҡытыусыларыбыҙҙың көслө булыуын асыҡланыҡ һәм улар менән артабан ниндәй йүнәлештә эшләргә кәрәклеген билдәләнек.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика