Шаршамбы, 15 Апрель 2026
|
Өфө
+12 °С
12:55 (UTC+5), 25 Октябрь 2011

Башҡортостан пенсионерҙары Төркиәлә ни бары 5000 һумға ял итәсәк

Евгений Рәхимҡолов | фото: Андрей Старостин
Башҡортостан пенсионерҙары Төркиәлә ни бары 5000 һумға ял итә аласаҡ. Бындай путевкалар менән 300-гә яҡын кеше ҡуллана ала. Был хаҡта ауыл биләмәләре башлыҡтары менән осрашыуҙа республика Президенты Рөстәм Хәмитов хәбәр итте. Осрашыу Ауырғазы районы үҙәге Толбазы ауылында үтте.
Ололарҙың арзан хаҡҡа сит илдә ял итеүе республикала тормошҡа ашырылған социаль туризмды үҫтереү буйынса программа сиктәрендә ойошторола. Ошо уҡ программа ярҙамында Башҡортостанда 3 меңдән ашыу пенсионер шулай уҡ арзан хаҡҡа ял йорттарына бара ала. Бындай путевкаларҙың хаҡы улар өсөн 4 мең ярым һумдан ашыу булмаясаҡ.
Пенсионерҙарға һәр яҡлап ярҙам күрһәтеү кәрәклеге хаҡында әйтеп, Рөстәм Хәмитов федераль хөкүмәттең был юҫыҡта күп нәмәләр эшләүен билдәләне. Әммә был ғына етмәй, шуға күрә республика етәкселеге пенсионерҙарға үҙ кимәлендә ярҙам итергә тырыша. Был һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарына, тыл хеҙмәтсәндәренә, сәйәси репрессияларҙа зыян күреүселәргә бюджеттан ташламалар буйынса өҫтәмә аҡса бүлеүгә ҡағыла.
— Һыу һәм газ ҡулланыуҙы иҫәпкә алыу приборҙарын урынлаштырыу процестарын арзанайтырға тырышабыҙ. Быйыл социаль туризм программаһын тормошҡа ашыра башланыҡ, - тине Рөстәм Хәмитов.
Башҡортостан Президенты һүҙҙәренсә, республика етәкселеге йәмғиәттә булған ғәҙелһеҙлекте нисек тә булһа ҡаплау өсөн пенсионерҙарға күберәк ярҙам итергә тырыша. Һәм был юҫыҡтағы эш дауам итәсәк.
1 из 10
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Электрон почта
inf@bashinform.ru
Адресы
450077, Уфа, Кирова, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Ҡабул итеү бүлмәһе
(347) 250-05-07
Хеҙмәттәшлек
(347) 250-06-14
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика