08:33 (UTC+5), 24 Октября 2011

Мәсетле районында «Берҙәм Рәсәй» көнө үтте

Тимур Рәхмәтуллин
Көн элгәре Мәсетле районында «Берҙәм Рәсәй» көнө үтте. Берҙәм рәсәйлеләр делегацияһы етәксеһе, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рафаил Зинуров, Мәсетле районы хакимиәте башлығы Иван Могильников һәм башҡа партия ағзалары Оло Ыҡтамаҡ ауылының Революцион урамында балалар майҙансығын асыуҙа ҡатнашты, «Атлант» спорт стадионын ҡараны. «Берҙәм Рәсәй» партияһының алдағы һайлауҙарҙа агитаторҙары, участка һайлау комиссиялары рәйестәре, ветерандар советы рәйестәре, мәктәп директорҙары, предприятие, ойошма, учреждение етәкселәре араһында партия ағзалары һәм партия яҡлылар, ауыл биләмәләре башлыҡтары менән осрашыуҙар үткәрелде. Осрашыуҙарҙа «Берҙәм Рәсәй» партияһының Мәсетле районында ҙур абруй ҡаҙаныуы билдәләнде, сөнки ул тормошҡа ашырған социаль-иҡтисади үҫеш проекттары төбәктә һиҙелерлек һөҙөмтәләр бирә.
Делегаттар был көндә Оло Ыҡтамаҡ лицейында сығарылыш һәм башланғыс кластарҙа асыҡ дәрестәр ҡараны, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһында Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылына арналған республика телевизион фестиваль-марафоны ҡатнашыусыларын сәләмләне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика