Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
21 Октябрь 2011, 13:24
Ригала Башҡортостандың презентацияһы үтте
Рига Думаһында Башҡортостан Республикаһының презентацияһы үтте, ул Рига ҡалаларының Рәсәй Федерацияһы төбәктәре менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү халыҡ-ара проекты сиктәрендә һәм «Совершенно секретно» медиа-холдингының мәғлүмәти ярҙамы менән ойошторолдо. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына ЮНЕСКО-ның Башҡортостан Республикаһы буйынса дәүләт комитетының Балтика төбәгендәге вәкиле Рина Хәмитова хәбәр итте.
Презентация милли колорит менән һуғарылған, мәғлүмәттәргә бай булған, ул башҡорт халыҡ бейеүе менән тамамланған. Республика делегацияһы ағзалары Рига ҡалаһының вице-мэры Андрис Америксҡа «Салауат Юлаев» хоккей командаһы шарфын бүләк иткән.
Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Президенты янындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Рөстәм Вилданов һүҙҙәренсә, Латвия менән иҡтисад һәм мәҙәниәт өлкәләрендә тығыҙыраҡ бәйләнеш булдырыу Башҡортостан өсөн перспективалы булмаҡсы. Шулай итеп, республика үҙенең машиналар эшләү продукцияһын Латвияла етештерергә теләй. Ригалағы диңгеҙ портының географик урыны уңайлы булғанлыҡтан, был ҡалала республиканың сауҙа вәкиллеген асыу Башҡортостан өсөн отошло булыр ине. Рөстәм Вилданов һүҙҙәренсә, Латвия һәм Башҡортостан араһындағы тауарҙар әйләнеше ағымдағы йылдың тәүге ярты йыллығы өсөн 1,3 миллиард доллар тәшкил иткән. Уларҙың 1,1 миллиарды донъяның төрлө илдәренә химия продукцияһын сығарыуға тура килә. Башҡортостанға Латвия тауарҙарын поставкалауға килгәндә, уның күләме ҙур түгел – ярты йыл эсендә ул ни бары 200 мең доллар тәшкил иткән.
Автор:
Евгений Рәхимҡолов
Теги:
халыҡ-ара хеҙмәттәшлек
Читайте нас