Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.78
0
98.03
0
85.41
-0.92
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
17 Октябрь 2011, 12:04

Рөстәм Хәмитов Өфөнөң йорт комитеты рәйестәре менән осрашты

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөнөң күп фатирлы йорттарының совет рәйестәре менән осрашты. «Домком» проектын тормошҡа ашырыуҙың тәүге һөҙөмтәләрен тикшереү осрашыу сәбәбе булды: проект йорт комитеттарын булдырыуҙы күҙ уңында тота, уның ағзалары торлаҡ-коммуналь хужалыҡта тәртип булдырыу маҡсатында билдәле хоҡуҡтарға эйә буласаҡ.
Республика башлығы 11 октябрҙә ил Президенты Дмитрий Анатольевич Медведевтың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре буйынса видеоконференция үткәреүен билдәләп үтте.
— Уның эстән «ҡайнауы» күренеп торҙо, сөнки торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тураһында һүҙ йөрөткәндә ҡаты һүҙҙәр генә ҡулланып була, - тине Рөстәм Хәмитов. – Башҡаса күҙ алдына килтереп тә булмай. Ул енәйәт ҡылыуҙар, урлашыуҙар, ришүәт биреүҙәр, хаҡтарҙың һәм тарифтарҙың нигеҙһеҙ арттырылыуы хаҡында әйтте. Һәм бының өлкәлә тейешле контроль булмауынан һәм баҙар механизмдарының тейешле эшләмәүенән килеп сығыуын билдәләне. Мин дә был хаҡта әйтәм. Президент булып эшләй башлауымдың тәүге көнөнән алып торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә урлашыуҙың күп булыуы тураһында әйтәм.
— Торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа ошаҡлап яҙылған хаттарҙың һаны сикһеҙ, - тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Һәр икенсе хат – ул торлаҡ-коммуналь хужалыҡ. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрына көнләшеп ҡарамаҫ инем. Әммә власть, ниндәй генә алтын булмаһын, әгәр халыҡ тәртип булдырыуҙа үҙе әүҙемлек күрһәтмәһә - бер ниҙә эшләй алмаясаҡ. Ниндәй генә матур йорттар төҙөлмәһен, ярты йылдан подъездары, ҡыйыҡтары эштән сығарыласаҡ. Шуның өсөн халыҡ үҙе контроллек итеү мөмкинлегенә эйә булырға тейеш. Халыҡҡа таянмайынса был мәсьәләләрҙе хәл итә алмаясаҡбыҙ.
Һөҙөмтәлә республика етәкселеге башланғысы менән депутаттар төркөмө РФ Торлаҡ кодексына төҙәтмәләр индерҙе, уларға ярашлы хәҙер халыҡта идаралыҡ компанияларының, торлаҡ милекселәре ширҡәттәренең эшен конторлдә тотоу мөмкинлеге һәм хоҡуғы барлыҡҡа килде. Бындай сараларҙың береһе – күп фатирлы йорт советтарын булдырыу. Бындай советтарҙы, йәки халыҡ телендә йорт комитеттарын Башҡортостан илдә тәүгеләрҙән булып булдыра.
Бөгөнгө көндә республикала йәмғеһе 16,5 мең күп фатирлы йорт иҫәпләнә. Йорт комитеты һәр береһендә булырға тейеш. Бөгөн, проектты тормошҡа ашырыуҙың тәүге этабында, Башҡортостанда 3800 тирәһе йорт комитеты иҫәпләнә. Йыл аҙағынаса Президент уларҙың һанын 5-7 меңгә тиклем еткереү бурысын ҡуйҙы.
Алдағы ваҡытта республикала күп фатирлы йорттарҙың совет рәйестәрен уҡытыу башланасаҡ. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, «Домком» проектының төбәктәге координаторы Елена Родина һүҙҙәренсә, уҡытыу курсы алты сәғәткә иҫәпләнгән, һәм Өфөлә семинарҙарҙы бер ай эсендә тамамалау планлаштырыла.
— Был советтарҙың закон сиктәрендә эш алып барыуы мөһим, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Елена Родина.
Бынан тыш, Башҡортостанда «Йорт комитеттары союзы» йәмәғәт ойошмаһы булдырыласаҡ, был хаҡта «Домком» проектының төркөм етәкселәренең береһе, Өфөнөң күп фатирлы йорт советы етәксеһе Арсен Нурйәнов әйтте.
— 16 мең рәйес – был бик күп кеше. Беҙ гражданлыҡ йәмғиәтенең көслө элементы буласаҡбыҙ. Беҙҙең граждандарҙың бындай хоҡуҡтарға бер ҙә эйә булғаны юҡ ине, - тип билдәләне Арсен Нурйәнов.
Рөстәм Хәмитов закон сығарыу кимәлендә граждандар мәнфәғәтен яҡлау буйынса ҙур аҙым эшләнеүен билдәләне.
Хәҙер инде был мәсьәләләрҙе хәл итер өсөн халыҡты уятырға ғына ҡалды, тип дауам итте Президент. Һәм быныһы – иң ауырылыр, тине Рөстәм Хәмитов.
Автор:Әлфиә Шәрәфетдинова | фото: Андрей Старостин
Читайте нас: