Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ауыл биләмәләре башлыҡтары менән осрашыуҙар үткәреүҙе дауам итә. Хәтерегеҙгә төшөрәйек, республика Президенты бынан алда Баҡалы һәм күрше-тирәләге район башлыҡтары менән 6 октябрҙә осрашҡайны.
Бөгөн, 14 октябрҙә, Благовещенда республика башлығы Благовещен, Нуриман, Мишкә, Кушнаренко һәм Бөрө кеүек биш райондың ауыл биләмәләре етәкселәре менән аралашты. Был Рөстәм Хәмитовтың ошондай өсөнсө осрашыуы, йәмғеһе һигеҙ осрашыу планлаштырылған.
— Бындай осрашыуҙар үткәреү минең өсөн айырыуса мөһим, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Президенты. – Сөнки иң мөһиме һәм иң яуаплыһы урындарҙа башҡарыла. Һеҙ халыҡ менән эшләйһегеҙ, уларҙың ихтыяждарын беләһегеҙ.
Рөстәм Хәмитов, динамика, тормошҡа ҡарашты үҙгәртеү талап ителә, тип билдәләне. Башҡортостан башлығының ауыл биләмәләре башлыҡтары менән осрашыуы ла ошоға булышлыҡ итә.
— Беҙ һеҙҙең менән яҡшы республикала йәшәйбеҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Президенты. – Беҙҙә эшһөйәр, белемле, яҡшы кешеләр йәшәй.
Шул уҡ мәлдә тормош алға бара һәм үҙгәрештәр талап ителә. Хәҙер бөтә илгә әүҙем динамикалы тормош хас, республика халҡы ла был процесҡа йәлеп ителгән. Төбәгебеҙҙә артабан үҫешеү өсөн бөтәһе лә бар.
Президент билдәләүенсә, Башҡортостан уңайлы урынлашыуы, бай тәбиғәт ресурстары, матур тәбиғәте менән айырылып тора. Совет заманында бында эре сәнәғәт предприятиелары булдырылған. Республика бөгөн 300 млрд һум самаһы һалым йыя, шул уҡ ваҡытта, субсидиялар, субвенцияларҙы иҫәпкә алғанда, уларҙың яртыһы тиерлек төбәктә ҡала. Әммә артабан хәрәкәт итеү өсөн был ғына аҙ.
Яңы заманса производстволар, тимәк, етди инвесторҙар кәрәк. Ә бының өсөн уларҙы йәлеп итерлек шарттар булдырыу мөһим. Сөнки инвестициялар йәлеп итеүгә бөгөн Рәсәй Федерацияһының бөтә 82 субъекты ла конкуренция көрәше алып бара.
Башҡортостан Президенты был йүнәлештә бер йыл эсендә нимәләр эшләнеүе хаҡында һөйләне. Республика иҡтисадының ниндәй тармаҡтарының үҫешеүе һәм яҡын арала тормошҡа ашырыласаҡ проекттар, атап әйткәндә, технопарктарҙың береһен Благовещенда ойоштороу планлаштырылыуы хаҡында бәйән итте.
Рөстәм Хәмитов йән башына бюджет тәьминәте буйынса Башҡортостандың артта ҡалыуына бәйле борсолоу белдерҙе. Һәм был эшмәкәрлектең төп йүнәлештәренең береһе һанала.
— Беҙ һүҙҙә түгел, ә эштә иң һөҙөмтәлеһе булырға тейешбеҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Кешеләрҙе алдарға, үҙеңде тынысландырырға ярамай. Эшләргә кәрәк, проблема үҙенән-үҙе бөтмәйәсәк.
Ауыл биләмәләре башлыҡтары менән осрашыуҙа Рөстәм Хәмитов аграрийҙарыбыҙҙың ҡаҙаныштары ла туҡтаны. Иген уңышы республикала быйыл 3 миллион тоннанан ашты. Президент әлеге һөҙөмтәнең арттырып күрһәтелмәүен билдәләне. Ә ғәҙел ҡараш төбәктәге хәлдәрҙе лә, эшкә ҡарашты ла үҙгәртә. Республика башлығы сәсеүлек майҙандары структураһын нисек күреүенә бәйле уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты, агросәнәғәт комплексына ярҙам йыл һайын арттырыла барасаҡ, тип ышандырҙы. Сөнки аҙыҡ-түлек һәм уны етештереү –кешелектең иҡтисади йәһәттән үҫешенең төп элементтары.
Республика башлығы инвестициялар үҫешен дә билдәләне. Быйыл улар 160 млрд һум тәшкил иткән. Был былтырғыға ҡарағанда 20 миллиардҡа күберәк. Инвесторҙарҙың республикаға ышанысы арта, һәм 2012 йылдағы һөҙөмтә тағы ла юғарыраҡ булырға тейеш.
— Әгәр беҙ үҫеш булыуын, республиканың үҫеүен, киңәйеүен һәм нығыныуын теләһәк, үҙебеҙ ҙә үҙгәрергә тейешбеҙ, — тип мөрәжәғәт итте Башҡортостан Президенты ауыл биләмәләре башлыҡтарына.