Вторник, 14 Апреля 2026
|
Уфа
+11 °С
07:54 (UTC+5), 07 Октября 2011

Башҡортостан ауылдарына төҙөкләндереү өсөн 81,8 миллион һум аҡса бүленгән

«Башинформ»
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡушыуы буйынса 6 октябрҙә ауыл биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса муниципаль берәмектәргә ярҙам күрһәтеү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйылды. Был маҡсаттарҙа республика бюджетынан 81,8 миллион һум аҡса бүленгән.
«Ябай кешеләрҙең проблемалары ябай нәмәләрҙән башлана: урамда яҡтылыҡ булмауҙан, боҙоҡ ҡоҙоҡтар, боҙоҡ ҡоймаларҙан, - тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов. – Ҡойма, урам, күпер төҙөү, юл һалыу кеүек ҙур булмаған мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн беҙ һәр районға бер-нисә миллион күләмендә аҡса бүләбеҙ. Был эш ай-ай ярым дауамында эшләнеп бөтөргә тейеш. Беҙ ауыл һәм ҡалаларыбыҙҙы төҙөкләндерергә бурыслыбыҙ».
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың бәләкәй һәм урта ҡалаларында ихаталарҙы һәм йорт алды биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса республика маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыуҙы башлап ебәрҙе. Был программаны ғәмәлләштереүгә республика бюджетынан 300 миллион һум йүнәлтелгән. Был средстволар Өфөнән тыш, 22 ҡалала һәм ҡала тибындағы ҡасабаларҙа юлдарҙы һәм өй яны территорияларын ремонтларға мөмкинлек бирәсәк. Бынан тыш, Өфөнөң үҙендә ихаталарҙы төҙөкләндереү программаһы эшләп килә. Ул «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Рәсәй ҡалаларының яңы юлдары» проекты сиктәрендә бойомға ашырыла. Башҡортостан баш ҡалаһында ихаталарҙы төҙөкләндереүгә быйыл 574 миллион һум тотоноласаҡ.
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика