Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
0
98.56
0
82.82
-0.85
4+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
4 Октябрь 2011, 12:08

Уҡытыусылар көнө алдынан Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың билдәле уҡытыусылары менән осрашты

Халыҡ-ара уҡытыусылар көнө алдынан Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың билдәле уҡытыусылары менән осрашты. Улар араһында – Социалистик Хеҙмәт Геройы, СССР-ҙың халыҡ уҡытыусыһы, РФ-тың атҡаҙанған уҡытыусыһы Хәнифә Искәндәрова, Социалистик Хеҙмәт Геройы, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Лира Камалова, РФ-тың атҡаҙанған уҡытыусыһы, БР-ҙың халыҡ уҡытыусыһы Лиза Әғәҙуллина, РФ-тың атҡаҙанған уҡытыусыһы, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Михаил Бирюков, БР-ҙың халыҡ уҡытыусыһы Флүзә Ғәлимова, БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Гүзәл Сәлимйәнова, БР-ҙың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре Виктор Лобов, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 1971-1985 йылдарҙа БАССР-ҙың мәғариф министры Сабир Йыһаншин, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһын 2011 йылда тамамлаусы Рөстәм Батталов. Осрашыуҙа БР Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина һәм БР мәғариф министры Әлфис Ғаязов ҡатнашты. Республика башлығы улар менән бөгөн уҡытыусыларҙы борсоған мәсьәләләрҙе тикшерҙе.
Рөстәм Хәмитов уҡытыусылар эш хаҡының быйыл уртаса республика кимәленә етеүен билдәләне (октябрь башына ул 16,5 мең һум тәшкил итә). Был 2011 йылда Башҡортостанда уҡытыусыларҙың эш хаҡын өс тапҡыр арттырыуға бәйле – 1 ғинуарҙан (6,5 процентҡа), 1 сентябрҙән (30 процентҡа), ә 1 октябрҙән бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу сиктәрендә ул күтәреләсәк әле.
— Беҙ әйткән һүҙебеҙҙә торҙоҡ, әммә был – тәүге аҙым ғына, - тине республика Президенты. – Дәүләт уҡытыусылар алдында бурыслы, эш хаҡы буйынса ғына түгел, торлаҡ менән тәьмин итеү йәһәтенән дә. Һуңғы йылдар дауамында уҡытыусылар үҙенә тейешлеһен ала алманы. Хәҙер иһә был бурыстар үтәлә.
Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда – ауыл хужалығында, производство өлкәһендә, торлаҡ һәм юл төҙөлөшөндә, инвестиция сәйәсәтендә иҡтисади хәл тураһында һөйләне. Республика башлығы мәғариф системаһы үҫешенең көнүҙәк мәсьәләләренә иғтибарын йүнәлтте, бөгөн мәктәпте тамамлаусыларҙы үҙаллы эшмәкәрлеккә, үҙҙәрен ҡайғырта белеүгә, кеше иҫәбенә йәшәүҙе күҙ уңында тотҡан тормош фәлсәфәһенә ҡаршы көрәшкә йүнәлтергә кәрәклеген билдәләне.
— Әлбиттә, беҙ мәғариф стандарттарын – биналарын, ҡорамалдарын, инфраструктураһын һәр яҡлап ҡайғыртасаҡбыҙ. Дәүләт кимәлендә халыҡты яҡшы белем һәм сифатлы һаулыҡ һаҡлау системаһы менән тәьмин итергә тейешбеҙ, - тип билдәләне ул.
Рөстәм Хәмитов шулай уҡ быйыл 700 миллион һумдан ашыу аҡсаның уҡытыусыларҙың эш хаҡына йүнәлтелеүен, был сумманан аҙ ғына күберәк аҡсаның мәктәптең матди-техник базаһын нығытыуға ебәрелеүен билдәләне.
— Бындай аҡсаларҙың республиканың мәғари системаһына әле һалынғаны юҡ ине, киләһе йылда был һан ике миллиард һумға барып етәсәк, - тине РөстәмХәмитов. – Беҙ артабан да мәғариф системаһына ярҙам күрһәтеүҙе үҫтерәсәкбеҙ, шулай уҡ ремон үткәреүгә, ҡорамалдар, спорт кәрәк-яраҡтары һатып алыуға аҡса йүнәлтеләсәк. Үҫешеү һәм алға китеү өсөн беҙҙә бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Әммә мәктәп тә белемле, бөгөнгө тормошҡа әҙер булған, ныҡлы уҡыусылар әҙерләргә тейеш.
Республика башлығы мәктәптәрҙең әле тейешле кимәлдә булыуын билдәләне.
Башҡортостан Президенты менән әңгәмә барышында уҡытыусылар бер нисә мәсьәлә күтәрҙе, уларҙы хәл итеү мәғариф системаһына ыңғай йоғонто яһаясаҡ. Улар фекеренсә, мәктәптәрҙә хеҙмәт менән тәрбиәләүҙе тергеҙеү; мәктәпте оптималләштереүгә, шул иҫәптән әҙ комплектлы мәктәптәрҙе ябыуға һаҡсыл ҡарашта булыу; республиканың Мәғариф министрлығы ҡарамағында тәжрибәле уҡытыусыларҙан торған Йәмәғәт советын булдырыу; йорттарҙы сафҡа ндергәндә биналарҙа коммерцияға ҡараған мәктәпкәсә төркөмдәр булдырыу (Бөрө районында был тәжрибә ҡулланыла ла инде) зарур. Уҡытыусыларға эш хаҡын өҫтәүгә йүнәлтелгән саралар айҡанлы педагогия юғары уҡыу йорттарын тамамлап, мәктәпкә эшкә барыусылар һанының күбәйеүен, уҡытыусы һөнәренең абруйы артыуын да билдәләне сарала ҡатнашыусылар. Осрашыу аҙағында уҡытыусылар Башҡортостан Президентына ихлас әңгәмә өсөн, республика еткәселеге тарафынан мәғариф системаһына күрһәтелгән иғтибар өсөн рәхмәт һүҙен белдерҙе.
— Хәҙер беҙ иғтибарҙы ябай кешегә йүнәлтәбеҙ, - тип яуапланы Рөстәм Хәмитов. – Ҙур етәкселәр булып ҡыланыуҙан арынырға ваҡыт. Беҙҙә тик аҡсалар ғына, һәм уларҙы әләф-тәләф итергә, дәүләт милке менән файҙаланырға, уларҙы һатырға хоҡуғыбыҙ юҡ. Барлыҡ эшләгәндәребеҙ – халыҡ өсөн. Һәм был – эштең башы ғына әле, әммә алға китеш бар.
Автор:Марина Шумилова | фото: Олег Яровиков
Читайте нас: