22 сентябрҙә Ҡазанда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән Татарстан Президенты Рөстәм Миңнеханов ҡатнашлығында киңәйтелгән составта ике республика рәсми вәкилдәренең хөкүмәт-ара осрашыуы үтте, тип хәбәр итә Башҡортостан Президентының матбуғат хеҙмәте.
Яҡтар үҙ-ара иҡтисади, социаль, фәнни һәм мәҙәни мөнәсәбәттәр өлкәһендә Башҡортостан менән Татарстан араһында артабанғы төбәк-ара бәйләнештәрҙе нығытыу мәсьәләләрен тикшерҙе.
Осрашыуҙы асып, Рөстәм Миңнеханов былай тине:
— Теүәл 9 ай элек беҙ Өфөлә булдыҡ, ике яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ. Үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙә был документ нигеҙ булып тора. Тарихи йәһәттән татар халҡы менән башҡорт халҡы кеүек яҡын булған халыҡтар Рәсәйҙә башҡа юҡ. Шуға күрә бының ҡәҙерен белергә кәрәк. Беҙҙең мәҙәниәт, телдәр, дин, хатта иҡтисад та бик оҡшаш һәм бер-береһенә бәйле.
Беҙ – Рәсәйҙең генә түгел, Европаның да эре нефть химияһы үҙәктәре. Бөгөн беҙҙең бер нисә объектты күрҙегеҙ ҙә инде. Беҙ Рөстәм Зәки улы менән Башҡортостанда һәм Татарстанда булған кластерҙы бер тапҡыр ғына яҡлап сыҡманыҡ. Рәсәйҙең нефть химияһы киләсәге күпселек йәһәттән Татарстан менән Башҡортостан кластерының артабанғы үҫешенән торасаҡ. Һәм беҙ килтергән дәлилдәр бик ышаныслы, әммә барыбыҙға ла күп эшләргә кәрәк. Машиналар эшләү комплексында булған бәйләнеш һәм беҙҙе аңлауығыҙ өсөн рәхмәтемде белдергем килә. Айырыуса ике республиканы берләштергән «КАМАЗ»ға. Был предприятие шасси етештереү менән бында шөғөлләнһә, автобустар тегендә етештерелә. Машиналар бында эшләнә, үҙбушатҡыс кузовтар Башҡортостанда етештерелә. Башҡортостандың машиналар эшләү предприятиелары нигеҙендә үҫешеү, махсус техника етештереү, әлбиттә, Татарстан өсөн дә, Башҡортостан өсөн дә отошло. Тауар етештереүселәребеҙгә ярҙам итергә тейешбеҙ, тип иҫәпләйем. Бына «НефАЗ» проекты – ҡала автобустары, газ автобусы. Был машиналар Татарстан Республикаһының да, Башҡортостан Республикаһының да төп автомобилдәре буласаҡ. Авиатөҙөлөштә лә кооперациябыҙ бар. Беҙҙә вертолет һәм авиация двигателдәре етештереү ҙә оҡшаш. Бында ла күп мөмкинлектәр бар, тип иҫәпләйем. Беҙ һеҙҙең менән, Рөстәм Зәки улы, республикалар араһындағы төбәк-ара әйләнеште 30 миллиардҡа тиклем еткереү маҡсатын тикшергәйнек. Һәм уға әлеге ҙур проекттарҙы тормошҡа ашырмайса ирешеп булмаҫ, моғайын. Төбәктәребеҙҙең агросәнәғәт комплексы өлкәһендәге берлектәге проекттар ҙа ҡыҙыҡлы. Беҙҙә һәм һеҙҙә булған тәжрибәләрҙе файҙалы ҡулланырға кәрәк, белгестәребеҙ барлыҡ йүнәлештәрҙә лә бәйләнеш тоторға тейеш.
Бөгөн беҙҙең опера һәм балет театрына барыуыбыҙҙы түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ. Башҡортостан һәр ваҡыт үҙенең сәнғәт оҫталары менән дан тотоуын яҡшы беләбеҙ, һәм беҙҙең сәнғәт оҫталарының ҙур ғына өлөшө - Башҡортостан вәкилдәре. Улар бөгөн беҙҙә эшләй. Күптәре Башҡортостанда ла, бында ла эшләй. Күптәре бында күсеп килде. Башҡортостанда таланттар етерлек, Татарстанға ла ебәрәләр, бының өсөн ҙур рәхмәт.
Беҙҙе аңлауығыҙ өсөн, Рөстәм Зәки улы, рәхмәтемде белдергем килә. Беҙ барыбыҙ ҙа йолаларыбыҙға, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә битараф түгел. Улар ҙа оҡшаш, яҡын. Мин телде, уҡыу программаһын һаҡлап ҡалыу яҡлы. Айырыуса Татарстанда, Башҡортостанда сәйәси картаны төрлөсә әтмәләп маташалар. Бында көстәрҙе туплау зарур, тип иҫәпләйем, сөнки айырымланһаҡ, йолаларыбыҙҙы, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, динебеҙҙе һаҡлап ҡала алмаясаҡбыҙ. Беҙҙең мәҙәниәт, тарих нисек уртаҡ булған, шулай булып ҡаласаҡ та. Рөстәм Зәки улы, һеҙҙең визитығыҙ беҙҙең бәйләнештәргә етди этәргес бирер, тип ышанам. Беҙҙең арала булған мөнәсәбәттәр өсөн рәхмәтемде белдерәм. Бөгөн бында һеҙгә оҡшар, тип ышанам. Һеҙ ҡәнәғәт булһағыҙ, минең дә күңел көр буласаҡ.
Бынан һуң һүҙҙе Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов алды:
— Ҡәҙерле дуҫтар, иптәштәр. Мин һеҙгә күрше булған өсөн генә түгел, ә бер командала уйнаған кешеләр булғанға ла былай өндәшәм. Боҙ майҙанында бер-беребеҙ менән ярышһаҡ та, тормошта беҙ бер команда, бер үк эш башҡарабыҙ, бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ. Үткән йылдағы һеҙҙең визитығыҙ, хөрмәтле Рөстәм Нурғәли улы, республика өсөн бик мөһим булды. Был берләшеүгә, яҡынайыуға килтерҙе. Ә бөгөн беҙҙең өсөн был үтә лә мөһим.
Иҡтисадта үҫеш тойола. Былтырғы йыл буйынса ғына республикалар араһында тауарҙар әйләнеше 30 процентҡа артты. Быйыл да былтырғы һанды яҡынса шул самаға үтеп киттек. Иҡтисадтарыбыҙҙың бер-береһенә бәйле булыуы, беҙҙең бер-беребеҙгә ярҙам итәүебеҙ хаҡында әйттек инде. Бер-беребеҙҙе аңлап, бер үк эште башҡарып, дуҫтарса мөнәсәбәттәрҙә булып, беҙ тоташ илдә өлгө булып торабыҙ. Илебеҙ биләмәһендә бындай мөнәсәбәттәр, бәлки, йыш осрамайҙыр ҙа.
Осрашыуҙарыбыҙ йышая. Ҙур семинарҙар, күргәҙмәләр, конгрестар, Өфө тураһында һүҙ барһа, Татарстан ғалимдары, Ҡазан һәм Татарстан тураһында һүҙ йөрөткәндә, Башҡортостан ғалимдары ҡатнашлығында үтә. Беҙ коммуникациялар менән уңышлы алмашынабыҙ. Былар барыһы ла мөһим һәм ҡыҙыҡлы. Төрлө сәбәптәр арҡылы төбәктәр араһындағы был мөнәсәбәттәр туҡтатылып тороуы хаҡында ла әйткән инек инде. Ә бөгөн улар яңы кимәлгә күтәрелде. Барыһы ла тик алға ғына барыр, үҫешер, тип ышанам. Беҙ, республика етәкселәре булараҡ, быға булышлыҡ итәсәкбеҙ. Минән торғандың барыһын да эшләйәсәкмен.
Йылы ҡаршы алғанығыҙ өсөн рәхмәтемде белдергем килә. Бөгөн алған тәьҫораттарым бик мөһим, тәрән. Һеҙҙең ҙур проекттарҙы тормошҡа ашырыуығыҙҙы күрҙем. Был Рәсәй кимәле генә түгел. Был донъя күҙлегенән баһа бирерлек кимәл. Яңы предприятиелар төҙөү ҙә, ҙур саралар үткәреү ҙә. Һеҙҙең тәжрибәгеҙҙе күҙ уңында тоторға тырышасаҡбыҙ. Беҙ йылдам үҫешкә иҫәп тотабыҙ. Минең менән килеүселәр ҙә, Өфөлә ҡалыусылар ҙа планканың юғары булыуын аңлай, һәм беҙ уға ирешергә тырышабыҙ. Шулай буласаҡ та.