Вторник, 14 Апреля 2026
|
Уфа
+12 °С
06:38 (UTC+5), 08 Августа 2011

Рөстәм Хәмитов хәрби часть келәттәрендәге ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә зыян күреүсе Урман ауылы кешеләренә яңы фатирҙарҙан асҡыстар тапшырҙы

"Башинформ"
6 августа Иглин ҡасабаһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 2011 йылдың 26 майында Урман ауылының хәрби часть келәттәрендә булған ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә зыян күреүселәр өсөн төҙөлгән яңы фатирҙарҙан асҡыстар тапшырҙы, тип хәбәр итә БР Президентының матбуғат хеҙмәте.
Торлаҡ комплексын асыу тантанаһында Рөстәм Хәмитовтың шәхси контроле ярҙамында 13 коттедж һәм өс күп фатирлы йорттан торған яңы Урман урамының район үҙәгендә ни бары ике ай эсендә булдырылыуын билдәләнеләр. Урман ауылындағы йорттарын тергеҙеп булмау сәбәпле был йорттарға 56 ғаилә күсеп килгән.
Өй туйлаусыларҙың балаларҙы урындағы мәктәпкә урынлаштырыу һәм балалар баҡсаһынан урын алыу мәсьәләләре хәл ителгән. Яңы микрорайонда аҙыҡ-түлек киоскыһы эшләй, эргәһендә сауҙа-хеҙмәтләндереү комплексына нигеҙ һалынған.
«Йәшәү урынын тиҙерәк булдырыу өсөн һеҙ 70 көн дауамында әүҙем эшләнегеҙ, - тип билдәләне Рөстәм Хәмитов торлаҡ комплексын асыу тантанаһында. – Һеҙгә айырыуса ауыр көндәр кисерергә тура килеүен яҡшы беләбеҙ. Ул көндәр, ысынында ла, еңел булманы, айырыуса ауыр хәлгә ҡалған, бер-беребеҙ өсөн борсолған, бер-беребеҙгә ярҙам итергә тырышҡан тәүге өс-дүрт көндә.
Халыҡҡа, шул иҫәптән осраҡлы рәүештә ауыр хәлдә ҡалған кешеләргә кәрәкле ярҙам күрһәтелһен өсөн дәүләт һәм власть барыһын да эшләргә тырышасаҡ. Ундай ярҙам – изге эш. Ауыр хәлгә осраған кешеләр дәүләттән, властан мотлаҡ ярҙам алырға тейеш. Һәм беҙ ул ярҙамды күрһәтәбеҙ ҙә. Был беҙҙең бергә эшләүебеҙ, бергә йәшәүебеҙ, бер-беребеҙгә ярҙам итеүебеҙ тураһында һөйләй.
Йорттарҙы тиҙ арала төҙөгән, көнө-төнө ял белмәй эшләгән төҙөүселәргә рәхмәтемде белдергем килә. Тейешле ойошҡанлыҡ булһа, торлаҡ йорттарҙы тиҙ арала төҙөп булыуын күрһәтте улар. Ер бүлеү, процедуралар, экспертизалар үтеү өсөн беҙҙә ғәҙәти булғанынса күп йылдар кәрәкмәй. Әгәр кәрәк икән, беҙ тиҙ арала ла төҙөй алабыҙ.
Ҡәҙерле дуҫтар, һеҙҙе был ваҡиға менән ҡотлайым. Мәсьәләне хәл итә алыуыбыҙ минең өсөн дә шатлыҡлы. Артыҡ шау-шыуһыҙ, ығы-зығыһыҙ, эмоцияларһыҙ хәл иттек. Бер-беребеҙгә ышанып ҡына атҡарҙыҡ был эште.
Әлеге эште тейешенсә ойоштора алған район хамиәтенә лә ҙур рәхмәт. Яңы хакимиәт был һынауҙы үтеп, тейешенсә эшләй алыуын күрһәтте, тип уйлайым.
Барығыҙға ла ҙур рәхмәт, һеҙгә уңыштар, изгелек, бәхет, һаулыҡ теләйем!»
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика