Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
89.38
+0.27
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
28 Июль 2011, 12:18

Рөстәм Хәмитов республика киң мәғлүмәт сараларының редакторҙары менән осрашты

27 июлдә Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика киң мәғлүмәт сараларының һәм федераль баҫмалар һәм агентлыҡтарҙың төбәк вәкиллектәре редакторҙары менән осрашты. Осрашыуҙа власть органдарының киң мәғлүмәт саралары менән үҙ-ара килешеп эш итеү, федераль үҙәк һәм Рәсәй Федерацияһының субъекттары араһында вәкиллек хоҡуҡтарын бүлеү мәсьәләләренә ҡағылып үттеләр. Шулай уҡ республикалағы проблемалар һәм уларҙан сығыу юлдары тикшерелде.
Осрашыу темаһы – ул, әлбиттә, башҡарылған эшкә отчет һәм рәсми булмаған осрашыу түгел, тине Рөстәм Хәмитов, осрашыуҙы асып. Республика башлығы «ҡайҙа булыуыбыҙ, нимә эшләйәсәгебеҙ, кем булыуыбыҙ хаҡында бергәләп һөйләшергә» тәҡдим итте, «сөнки бөгөнгө көнгә был һорауҙарға яуаптар теләгән кимәлдә әле булһа табылмаған». «Дөйөм алғанда, бөгөн залда ултырыусылар – республика киң мәғлүмәт сараларының элитаһы. Күп йәһәттән йүнәлеш биреүсе, ғәмәлдәге тәжрибәләргә йоғонто яһаусы, уларҙы үҙгәртеүсе йәки дауам итеүсе кешеләр», тип билдәләне ул.
Рөстәм Хәмитов яҡын арала киң мәғлүмәт сараларында ижтимағи-сәйәси тормоштоң етди хәл-ваҡиғаларын яҡтыртырға тура киләсәк, тип белдерҙе.
— Беҙҙең алда декабрь айында башланасаҡ оҙайлы һайлау алды һәм һайлау осоро – ҙур ваҡыт арауығы тора. Әле Дәүләт Думаһына һайлау алды кампанияһы старт алды, 2012 йылдың март айында – Рәсәй Федерацияһы Президенты һайлауҙары, Өфө ҡала Советына һайлауҙар, һәм 2013 йылдың март айында республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һайлауҙар буласаҡ. Был йәмғиәттә үҙ-ара мөнәсәбәттәр киҫкенләшкән ауыр осор. Һәм был ғәҙел, аңлайышлы күренеш. Әлбиттә, мөмкин булмаһа ла, беҙ был ваҡыт арауығын мөмкин тиклем ҙур тетрәнеүҙәрһеҙ, конфликттарһыҙ, ауырлыҡтарһыҙ үткәрергә тейешбеҙ. Конфликттар ҙа, үҙ-ара бәрелештәр ҙә буласаҡ, осҡондар ҙа сәсрәйәсәк. Былар барыһы ла аңлашыла. Ләкин был йәмғиәтебеҙ нигеҙен ҡаҡшатырға тейеш түгел. Был эштә мин киң мәғлүмәт сараларына ҙур әһәмиәт бирәм, һәм ҡайһы бер мәсьәләләрҙе һеҙҙең менән тикшерергә теләр инем, - тине төбәк башлығы.
Ул Президент булып бер йыл эшләү буйынса үҙе өсөн яһаған һығымталары менән бүлеште. «Президент, минең аңлауымса, аҡса һәм байлыҡ таратыусы түгел, ә күпселек йәһәттән йәмғиәттә әхлаҡи мөхит булдырыусы кеше, - тине Рөстәм Хәмитов. – Ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы тороусы, етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүсе кеше. Мин эшемде ошо позицияларҙан башҡарырға тырышам. Байлыҡ, бюджет аҡсаларын таратыусы һәм бюджет аҡсаларына ниҙер төҙөлөү менән ғорурланыусы моделенән ситләшергә теләйем. Кемгәлер ниҙер төҙөү өсөн аҡса биреү менән ғорурланыуҙы, аҙаҡтан килеп тантаналы рәүештә ниҙер һөйләүҙе мин дөрөҫ тип һанамайым. Сөнки аҡса һәм ресурстар беҙҙең йәмғиәттеке.
Был осраҡта республика Президенты күп нәмәләрҙе планлаштыра ғына ала, күренештәргә юғарынан ҡарап, был мөмкинлектәрҙе тейешенсә йүнәлтеү йәки беҙҙең алда торған бурыс һәм маҡсаттарға уларҙы объектив рәүештә йүнәлтеүгә булышлыҡ итеү мөмкинлектәренә эйә.
Бынан тыш, беҙҙең ярайһы уҡ ҡаты системала эш итеүебеҙҙе аңлайым, был беҙгә оҡшамаһа ла, уны ҡәтғи рәүештә төҙәтә алмайбыҙ. Беҙ был хаҡта әйтә генә алабыҙ һәм системалағы кәмселектәрҙе төҙәтеү йәһәтенән һөйләшеү алып барыу, шул иҫәптән федераль үҙәк менән дә, процесстарына булышлыҡ итә алабыҙ. Кәмселектәр бар, әлбиттә. Һәм һуңғы ярты йыллыҡта, Рәсәй Федерацияһының Дәүләт советы Президиумы составында эшләп, дәүләт етәкселәренә, Рәсәй Президентына киләһе уйҙы еткерергә тырыштым: беҙҙең бөйөк илдәге федераль мөнәсәбәттәр яңынан ҡарап сығыуҙы талап итә. Федерация субъекттары һәм федераль үҙәк араһында вәкиллек хоҡуҡтарын бүлеү зарур. Субъекттарға, муниципалитеттарға хоҡуҡтарҙы күберәк бирергә кәрәк. Беҙҙе ишеттеләр, тип уйлайым. Һәр хәлдә бөгөн был темаларҙы тикшергән эш төркөмдәренең эш итеү варианттары ҡарала. Бының менән киләһене әйтергә теләйем: бөгөн беҙ билдәле бер йүнәлеш сиктәрендә булһаҡ та, ул йүнәлеш булһа ла, сиктәрҙе киңәйтергә, федераль үҙәк менән килешеп эш итергә йәки уға йоғонто яһарға тырышыу - әлбиттә, мөһим һәм кәрәкле эш. Минең республика Президенты булыуым шунан да ғибәрәт – республикабыҙҙың үҙенең мөмкинлектәрен һәм эш итеү даирәһен киңәйтеү.
Беҙҙә бөтә яҡлап та ҙур ауырлыҡтар бар, тип әйтә алмайым, ләкин улар, әлбиттә, бар. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының дөйөм Рәсәйҙәге үҫеш тенденцияһынан артта ҡала барыуы иң мөһим проблема булып торалыр, моғайын. Тормош сифаты буйынса ла, сағыштырма күрһәткестәр буйынса ла, сикләнгәнлек, сикләнгән арауыҡ булдырыу йәһәтенән дә беҙ артта ҡала килдек. Бындай форматта, әлбиттә, үҫешә алмауыбыҙ билдәле. Ҙур проблемалар юҡ, ләкин хәл итерлек мәсьәләләр бар», - тине республика Президенты, инеш һүҙен йомғаҡлап.
Артабан һөйләшеү һорау-яуап йүнәлешендә барҙы.
Автор:«Башинформ» | фото: Олег Яровиков
Читайте нас: