Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+17 °С
10:54 (UTC+5), 26 Июля 2011

Рөстәм Вилданов Башҡортостандың РФ Президенты янындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп тәғәйенләнде

«Башинформ»
Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов Рөстәм Вилдановты Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты янындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп тәғәйенләү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итә төбәк башлығының матбуғат хеҙмәте.
Беҙҙең белешмә. Вилданов Рөстәм Ильяс улы 1962 йылдың 11 сентябрендә Өфөлә тыуған. Юғары белемле - Серго Орджоникидзе исемендәге Өфө авиация институтын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1979 йылда – Өфө авиация институтының бүлек начальнигы, артабан «Искра» Махсус конструкторҙар-технология бюроһының бүлек начальнигы булып башлай.
1988 – 1992 йылдарҙа - «Когалымнефтегаз» берләшмәһенең конструкторҙар-технология бүлеге начальнигы.
1992 – 1993 йылдарҙа - «БРОТЭКС» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директор урынбаҫары.
1993 – 1998 йылдарҙа – «ЛУКОЙЛ» төркөмөнә ҡараған «ЛУКОЙЛ-УРАЛ», «ЛУКОЙЛ-Уралнефтегаз», «ЛУКОЙЛ-Башҡортостан» компанияларының генераль директоры.
1999 – 2001 йылдарҙа – «Транснефть» сауҙа йортоноң директор урынбаҫары.
2001 – 2002 йылдарҙа – «КазТрансГаз» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Мәскәүҙәге вәкиллеге генераль директор урынбаҫары, «АТНК-ИНВЕСТ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек буйынса директор урынбаҫары.
2002 – 2007 йылдарҙа – «Евро-Азия-Ойл АГ» акционерҙар йәмғиәтенең Мәскәүҙәге вәкиллек башлығы урынбаҫары.
2007 – 2008 йылдарҙа – Мәскәүҙә «Рәсәй нефть экспорты» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең коммерция директоры.
2008 – 2009 йылдарҙа - Дельта Авто директорҙары Советы ағзаһы, 2010 йылда – килешеү буйынса косультант.
2011 йылдан әлеге ваҡытҡа тиклем – Башҡортостан Республикаһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһының Мәскәүҙәге рәсми вәкиле.
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика