Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+11 °С
12:25 (UTC+5), 25 Июля 2011

Башҡортостан Президенты «Байыҡ-2011» республика башҡорт бейеүен башҡарыусылар конкурсында ҡатнашыусыларҙы сәләмләне

ИА «Башинформ» | фото: Олег Яровиков
Мораҙым тарлауығында «Урман әкиәте» ял базаһында Рөстәм Хәмитов балалар ижады күргәҙмәһен ҡараны һәм 3-15 йәшлек балалар араһында «Байыҡ — 2011» республика башҡорт бейеүен башҡарыусылар конкурсы Гала-концертын асыу тантанаһында ҡатнашты. Конкурста ҡатнашыусылар республиканың төрлө райондарынан, Чечен Республикаһынан, Дағстандан, Ҡабарҙы-Балҡарҙан, шулай уҡ Ҡаҙағстандан килгән.
Ял базаһының ҡырҡыу мәсьәләһе - «Урман әкиәте»нә алып барған асфальт түшәлгән яҡшы юлдың булмауы. Хәҙер унда тиклем 18 километрлыҡ ауыл-ара ҡырсынташ юлдан барырға мөмкин. Бындай юлдан автотранспорт йөрөгәндә туҙан күтәрелә һәм күреү мөмкинлеге ҡапыл түбәнәйә. Ә был юлдан балалар менән автобустар ҙа йөрөй.
Рөстәм Хәмитов конкурста ҡатнашыусылар һәм тамашасылар алдында сығыш яһаны. Сәләмләү һүҙендә Башҡортостан Президенты йыйылғандарҙы халыҡтарҙы берләштергән бейеү һәм дуҫлыҡ байрамы менән ҡотланы.
«Бөгөн йөҙәрләгән кеше был байрамда ҡатнаша. Был байрамдың тәрән тамыр йәйгән йолалары булыуы хаҡында һөйләй. Ул барыбыҙ өсөн дә мөһим һәм кәрәкле», - тине Рөстәм Хәмитов.
«Байыҡ — 2011» башҡорт бейеүен башҡарыусылар телевизион конкурсында 470-тән ашыу бала ҡатнашҡан. Конкурста тәҡдим ителгән бейеүҙәрҙең күпселеге башҡорт риүәйәттәре һәм халыҡ фольклоры нигеҙендә ҡуйылған. Благовар районынан Индира Сибәғәтуллина «Заһиҙа» бейеүе өсөн «яңғыҙ хореографик сығыш яһау» номинацияһында Гран-при яуланы. Ансамблдәр араһынан иң юғары награданы – Асҡын районы бейеү коллективы, «дуэт» номинацияһында Әлшәй районынан Камила Губаева менән Линар Насибуллин яуланы.
1 из 10
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика