Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-19 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
20 Июль 2011, 18:53
Константин Толкачев Башҡортостандан депутаттарға ышаныс белдерә
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе, «Берҙәм Рәсәй» партияһының Төбәк сәйәси советы секретары Константин Толкачев праймериз алдынан беҙҙең республиканан Дәүләт Думаһы депутатлығына кандидаттар иҫәбенә инеүселәргә ҙур өмөттәр бағлауын белдерҙе.
— Праймеризда ҡатнашыусыларҙың барыһы ла Халыҡ программаһы сиктәрендә эш итәсәк, - тине Константин Толкачев. – Был Халыҡ программаһы ике өлөштән торасаҡ – федераль һәм төбәк. Башҡортостандан барлыҡ кандидаттар ҙа төбәк өлөштә яҙылған положениелар буйынса эш итергә тейеш буласаҡ. Дәүләт Думаһындағы яңы составтың закондар сығарыу процессында квалификация кимәле элеккеһенә ҡарағанда кәмерәк түгел, ә бәлки юғарыраҡ та булыр, тип ышанам. Бөгөн Рәсәй Федерацияһында хоҡуҡ системаһы үҫеше, эске һәм тышҡы сәйәсәт өҫтөнлөктәрен закондар менән тәьмин итеү менән бәйле бик күп мәсьәләләр бар. Башҡортостандан Дәүләт Думаһы составына инәсәк депутаттар төркөмө «Берҙәм Рәсәй» партияһының фракцияһы, Комитет менән үткәрелгән барлыҡ сараларҙа ла ҡатнашыр, тип өмөт итәм. Беҙҙең республиканан закон сығарыусылар ҡануниәт үҫешенә һиҙелерлек өлөш индерәсәгенә һәм БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тарафынан Дәүләт Думаһына ебәреләсәк закон проекттарын хуплаясағына ышанам.
Автор:
Людмила Терновая | фото: Олег Яровиков
Теги:
дөйөм рәсәй халыҡ фронты
праймериз
Читайте нас