Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.78
0
98.03
0
83.66
+0.22
9+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
18 Июль 2011, 10:39

Рөстәм Хәмитов Дөйөм халыҡ тауыш биреүендә ҡатнашыусы кандидаттар исемлеген етәкләне

15 июлдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Дөйөм халыҡ тауыш биреүендә (праймеризда) ҡатнашыусы кандидаттар ҡатнашлығында кәңәшмә үткәрҙе.
Кандидаттар исемлегендә йәмғеһе 120 кеше бар, улар иҫәбендә - Дәүләт Думаһы депутаттары, алдынғы экономистар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, спортсылар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре. Исемлекте Рөстәм Хәмитов етәкләне.
— Декабрь айында - һайлауҙар, - тине Президент. – Унда яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн беҙгә көндән-көн әүҙемерәк эшләргә кәрәк. «Берҙәм Рәсәй» партияһы һәм һайлауҙа ҡатнашасаҡ башҡа партиялар ҙа көстәрен бергә туплап, үҙ сафтарына партия яҡлыларҙы ла, һәм был процестарҙы ойоштора алырлыҡ интеллектуаль көстәрҙе лә йәлеп итәсәк. Шуның өсөн һайлау ваҡытында үҙ позицияларыңды яҡлау менән оҙатып барылған еңел булмаған көрәш көтөлә.
Быға бәйле Рөстәм Хәмитов хәлдең киҫкенләшеүен дә фараз итә.
— Ләкин был сәйәси тормош, - тине ул. – Һәм быға йәмғиәттә төрлө тәҡдимдәр, төрлө фекерҙәр булырға тейеш, тигән күҙлектән сығып, төплө аҡыл менән ҡарарға кәрәк. Ваҡыт барыһын да ишетеүҙе, тыңлауҙы һәм барыһына ла ярҙам итеүҙе талап итә, тип тағы ла бер әйтәм. Беҙ алып барасаҡ сәйәсәт тәү сиратта халыҡ фекеренә таянһын өсөн, республикала йәшәүсе кешеләргә ярҙам итергә кәрәк.
Власть үҙенән-үҙе эш итә алмай, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Президенты. Ул тәү сиратта халыҡҡа таянырға һәм уның мәнфәғәтен яҡларға тейеш. Ләкин бындай үҙ-ара килешеп эш итеүҙәр, уның фекеренсә, һуңғы йылдарҙа күҙәтелмәне.
— Быйыл хәл үҙгәрә, - тип хәбәр итте Рөстәм Хәмитов. – Был Халыҡ фронты формалашыуына бәйле, һәм был йәмәғәт хәрәкәте көсәйә бара. Халыҡ фронты һәм партиялар, был осраҡта «Берҙәм Рәсәй», аша власҡа үҙ фекерҙәрен еткереп, сәйәсәттә ҡатнаша алыуына халыҡ ышана.
— Беҙҙең алда ҙур һынау – праймериз үтеү тора, - тине республика Президенты. – Халыҡ лидерҙар, үҙҙәре ышанған кандидаттар өсөн тауыш бирәсәк. Шуның өсөн был – үҙ-үҙебеҙҙе һынау осоро, яуаплы процедура. Беҙ барыбыҙ ҙа борсолабыҙ һәм дөрөҫ эшләйбеҙ, сөнки был – сәйәсмәндәр рейтингтары, теге йәки был сәбәптәр буйынса бөгөн был эшмәкәрлек менән мәшғүл булған кешеләр рейтингтары.
Рөстәм Хәмитов 120 кешенең 15-ләбе генә был исемлектең лидерҙары буласағын һәм Дәүләт Думаһы депутаттары булып китәсәген иҫкә төшөрҙө. Шуға күрә исемлектә булған кешеләрҙең байтағы Рәсәй парламенты составына инмәйәсәк. Әммә уларҙың күпселеге Өфө ҡалаһы Советына, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һайлауҙарҙа ҡатнаша аласаҡ.
Һуңғы ваҡытта кешеләр власҡа нығыраҡ ышана башланы, тип белдерҙе ул, һәм кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы халыҡҡа яҡыныраҡ булырға саҡырҙы. Ләкин Рөстәм Хәмитов ситуацияны ҡаҡшатырға маташыусылар ҙа барлығын белдерҙе, шуға күрә барыһына ла әҙер булырға кәрәк. Был бер-беребеҙҙе аңларға, бер бөтөн итеп күрергә, барыһын да берләшергә мәжбүр итергә тейеш.
— Халыҡ беҙҙән эш һәм хеҙмәт хаҡы менән бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе көтә, - тине Президент. – Беҙҙең бурыс – кешеләргә эш биреү, инвесторҙар йәлеп итеү, яңы эш урындарын булдырыу, административ ҡаршылыҡтарҙы бөтөрөү. Халыҡты иҡтисади тормошҡа йәлеп итергә тейешбеҙ. Әгәр эш урындарын булдыра алмайбыҙ икән, кешеләргә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү мөмкинлеге бирергә кәрәк. Халыҡҡа был йәһәттән ярҙам итеү зарур.
Эшһеҙлек кәмеүгә табан бара, республикала уның күрһәткесе уртаса Рәсәйҙекенән түбәнерәк, тине Рөстәм Хәмитов.
— Эш урындарын булдырыу беҙҙең төп бурысыбыҙ булып тора. Бының өсөн тәү сиратта ауыл ерендә предприятиелар булдырыу зарур. Ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү буйынса предприятиелар төҙөү өҫтөндә эшләргә кәрәк. Магазиндарҙа үҙебеҙҙә етештерелгән продукция һатылырға тейеш. Республика етештереүселәре ассоциацияһының йыйылышы хаҡында кисә уҡыным. Мине ишетеүҙәре бик яҡшы. Халыҡ беҙҙең тәҡдимдәрҙе хуплай. Әгәр был эштәрҙе башҡармаһаҡ, беҙ алға китә, үҫешә алмаясаҡбыҙ.
Башҡортостан Президенты торлаҡ мәсьәләһе хаҡында ла әйтте.
Республикала, Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, үҙҙәрен торлаҡ менән тәьмин итә алмаған кешеләр бик күп. Улар – инвалидтар, балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр. Уларға ла ярҙам итергә кәрәк.
- Һеҙҙең күптәрегеҙҙе Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың киләһе саҡырылышында күрергә теләр инем, - тип мөрәжәғәт итте ҡатнашыусыларға Рөстәм Хәмитов. – Беренсе аҙымды яһанығыҙ инде. Халыҡ һеҙҙе йәмәғәт фекере лидерҙары, төплө аҡыллы кешеләр итеп күрә. Беҙ бергә эш итәсәкбеҙ. Берҙәмлекте тарҡатырға тырышыуҙы мин хыянат итеп ҡабул итәсәкмен. Беҙҙең сафтарҙа хыянат, һатылыу булмаясаҡ. Сөнки беҙ республикабыҙҙың үҫеше өсөн эшләйбеҙ. Бысраҡ сайттарҙа аноним рәүештә урынлаштырылған мәғлүмәткә ышанырға кәрәкмәй.
Билдәләп үтәбеҙ, Дөйөм халыҡ праймеризы 21 июлдә башланып, 8 авгусҡа тиклем дауам итәсәк. Кандидаттарҙы һайлап алыу республика буйынса 17 майҙансыҡта үтәсәк.
Автор:Людмила Терновая, Тимур Рәхмәтуллин | фото: Олег Яровиков
Читайте нас: