05:21 (UTC+5), 18 Июль 2011

Рөстәм Хәмитов Ҡариҙел районында булып ҡайтты

«Башинформ» | фото: Олег Яровиков
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Ҡариҙел районында булып ҡайтты, унда ул бер нисә предприятиеларҙың, социаль учреждениеларҙың, инфраструктура объекттарының эше менән танышты.
Байҡыбаш ауылында Рөстәм Хәмитов төрлө ағас продукцияларын етештереүсе «УфаЛесПром» урман сәнәғәте предприятиеһында булды. Предприятиела өс сменала 60 кеше эшләй. Башҡортостан Президенты етештереү технологияһы менән танышты, брус ялғау линияһы эшен ҡараны, ағас эшкәртеү һәм мебель әҙерләү цехтарында, әҙер продукция келәтендә булды.
Ҡайындан мебель етештереүҙе көйләү өсөн предприятиеға Ҡытайҙан технолог саҡырылған. Ете ай дауамында сит ил кешеһе урындағы оҫталар менән тәжрибә уртаҡлаша. Рөстәм Хәмитов бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙә предприятиены башҡаларға өлгө итеп ҡуйҙы.
Ҡариҙел ауылында Рөстәм Хәмитов 1-се урта мәктәпте реконструкциялау эше менән танышты. Бында 670 бала уҡый. Быйыл мәктәп 36 ун беренсе класс уҡыусыһын сығарған. Башҡортостан Президенты БДИ һөҙөмтәләре менән ҡыҙыҡһынды. Бер уҡыусының биология буйынса 100 балл йыйғаны асыҡланды.
Хәҙер мәктәптә түбә, тәҙрә, йылытыу системаһын алмаштырыу, мәктәп фасадына капиталь ремонт яһау эштәре бара. Эштәр 1 сентябргә тамамланырға тейеш. Киләһе уҡыу йылында мәктәп яңы өс класс асасаҡ.
Рөстәм Хәмитов шулай уҡ XIX Ауыл спорт уйындары сиктәрендә футбол буйынса зона ярыштары үткән стадионды ҡараны.
Яңы Бәрҙәш ауылында Рөстәм Хәмитов «Луч», «Юрюзаньдрев», «Азатлыҡ», шәхси эшҡыуар Хисамовтың ағас эшкәртеү предприятиеларының эше менән танышты. Бында ағастан таҡта, бура, күмер һәм башҡа продукция етештерелә.
Эш сәфәре барышында Рөстәм Хәмитов Ҡариҙел район үҙәгендә аҙыҡ-түлек магазиндарында булды. «Нива» супермаркетында республика Президенты ситтән килтерелгән һөт аҙыҡтарына иғтибар итте, уның ҡарауы «Ҡариҙел» супермаркетында Рөстәм Хәмитовҡа урындағы быҡтырылған ит, лимонад, Ҡарламандың ҡуйыртылған һөтөн һәм ит ярымфабрикаттарын күрһәттеләр.
Магазин кәштәләрендә тәү сиратта үҙебеҙҙең республикала етештерелгән продукция булырға тейеш, тип белдерҙе Башҡортостан Президенты.
Ҡариҙел районында Рөстәм Хәмитовҡа Ҡариҙел йылғаһы аша понтон күпере урынына төҙөләсәк аҫмалы күпер макетын күрһәттеләр. Бындай аҫмалы күперҙәрҙең республиканың башҡа райондарында ла төҙөү варианттарын ҡарарға кәрәк, тип белдерҙе республика Президенты.
1 из 18
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Телефон
(347) 250-05-07
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика