09:09 (UTC+5), 15 Июня 2011

БР Президенты «Авангард»та снарядтарҙы утилләштереү технологияһы менән танышты

Ғәлиә Нәбиева | фото: Андрей Старостин
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 15 июндә Стәрлетамаҡтағы «Авангард» федераль ҡаҙна предприятиеһында булды. Республика башлығы снарядтарҙы шартлаусан матдәле элементтарынан арындырыу һәм боеприпастарҙы утилләштереү участкаһы менән танышты. Рөстәм Хәмитов утилләштереү продукттарын ҡулланып сәнәғәттә файҙаланыусы шартлаусы матдәләр етештереүҙе, шулай уҡ 76-нан 172 миллиметрға тиклемге калибрҙағы артснарядтарҙы зарарһыҙландырыуҙарын ҡараны. Ошонда уҡ утилләштерелгән артснарядтарҙың корпустары һәм бында сығарылған продукция: сейсмик зарядтар, шашка-детонаторҙар, гранулланған шартлаусы матдәләр күрһәтелде. Башҡортостан Президенты продукцияның ниндәй һорау менән файҙаланыуы һәм уны ҡулланыу өлкәләре менән ҡыҙыҡһынды.
«Авангард» федераль ҡаҙна предприятиеһы ҡоралдарҙы һәм хәрби техниканы утилләштереү маҡсатында 1943 йылда нигеҙләнгән. Баллистик дары һәм ракета яғыулығы сығарыу ҙа – төп производство йүнәлештәре араһында. Предприятие утилләштерелгән дарыны ҡайтанан эшкәртеү һәм уларҙан яңыларын эшләү менән дә шөғөлләнә.
Урман янындағы һәм Удмуртиялағы хәрби арсеналдарҙа булып үткән ваҡиғалар арҡаһында артснарядтарҙы утилләштереү темаһы көнүҙәк булып ҡала. Шул уҡ ваҡытта «Авангард» федераль ҡаҙна предприятиеһы уҙған йылдың ноябренән алып дәүләт контракты булмауы арҡаһында снарядтарҙы утилләштереү менән шөғөлләнмәй тиерлек.
Башҡортостан Президентына предприятиеның айына 120 меңгә тиклем снаряд эшкәртә алыуы хаҡында һөйләнеләр. Һуңғы ике йылда ғына «Авангард» беҙгә фажиғәләре менән билдәле Урмандан килтерелгән 307 меңдән ашыу боеприпасты утилләштергән. Әлеге ваҡытта етештереү ҡеүәттәре эшһеҙ тора.
Рөстәм Хәмитов был производствола файҙаланылған утилләштереү технологияһының хәүефһеҙлеге менән ҡыҙыҡһынды, сөнки бында ул автоматлаштырылмаған. Предприятиела әле һаман күпләп ҡул хеҙмәте ҡулланыла, шуға күрә республика Президенты производствоны модернизациялау кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
«Авангард» федераль ҡаҙна предприятиеһы етәкселегенең республика башлығы менән осрашыуы барышында снарядтарҙы утилләштереү менән махсус предприятиелар шөғөлләнергә тейешлегенә айырып баҫым яһалды. Әңгәмә дауамында Башҡортостан менән Удмуртияның хәрби арсеналдарында ҡалған снарядтарҙы утилләштереү өсөн предприятиеға дәүләт контракты средстволарын йәлеп итеү мөмкинлеге тикшерелде.
1 из 20
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика