Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+16 °С
04:06 (UTC+5), 31 Мая 2011

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә Башҡортостанда ғәҙәти булмаған балалар баҡсаһы асыласаҡ

Марина Шумилова
1 июнь - Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә Башкортостанда балаларҙы һауыҡтырыу өсөн бөтөнләй яңы шарттар булдырылған ғәҙәти булмаған балалар баҡсаһы асыласаҡ, тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов Мәскәү өлкәһендә үткән балалар медицинаһы мәсьәләләре буйынса Дәүләт Советы Президиумы ултырышында.
— Баҡсала ҡыҙыҡлы медицина кабинеты буласаҡ, унда ЭКГ приборҙары, ультратауыш терапияһы, магнитотерапиия, спирография, һәр төрлө ингаляция аппараттары – иммунитетты күтәреүгә булышлыҡ итеүсе бөтә нәмә ҡаралған, — тине Рөстәм Хәмитов. — Бындай балалар баҡсалары ғәҙәттәгеләренә ҡарағанда артыҡ ҡиммәт түгел. 80 урынлыҡ балалар баҡсаһы беҙгә яҡынса 65 миллион һумға төшәсәк, шул уҡ ваҡытта 80 урынлыҡ ябай балалар баҡсаһы 55 миллион һумға баҫа. 10-12 миллионға айырма яңы сифат һәм балаларҙы һауыҡтырыу өсөн яңы мөмкинлектәр бирә. Өҫтәүенә, унда бассейн, тренажерҙары менән спорт залы бар. Беҙ тап ошондай балалар баҡсалары төҙөргә тырышабыҙ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика