14 майҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Нефтекама ҡалаһында булды, унда эре сәнәғәт предприятиелары эшмәкәрлеге, шулай уҡ социаль инфраструктура менән танышты.
Нефтекамала Рөстәм Хәмитов аэропорттағы эштәр торошо менән танышты. Ул 1995 йылда ябылған. 2010 йыл башынан алып аэропортты тергеҙеү эштәре алып барыла. Төп бинаһын һәм инфраструктураһын реконструкциялауға 16 миллион һум аҡса һалынған. Ләкин эштәрҙең осона сығыу өсөн тағы 25 миллион талап ителә. Әммә төп проблема аҡсала түгел - бында даими рейстар юҡ.
Рөстәм Хәмитов Нефтекама хакимиәте башлығы Владислав Громовҡа ҙур пассажирҙар ағымын йәлеп итәсәк иң перспективалы йүнәлештәр буйынса осоштар ойоштороуға техник-иҡтисади нигеҙләү әҙерләргә ҡушты.
«Техник-иҡтисади нигеҙләү булырға тейеш. Аҡса сарыф иткәнһегеҙ, ә ҡайҙа осаһығыҙ? Мәскәүгә, Себергә? Ул ваҡытта бер йәки ике бортты лизингыға алырға һәм иҡтисади һөҙөмтәлелеген тикшерергә кәрәк. Планығыҙ ҡайҙа? Әгәр беҙ бюджет аҡсаһын тотонабыҙ икән, миңә уны нигеҙләүсе дәлилдәр кәрәк. Һөҙөмтәһе булырға тейеш», -тине Рөстәм Хәмитов.
Эш сәфәре сиктәрендә Рөстәм Хәмитов 160 бала тәрбиәләнгән Нефтекама мәктәп-интернатын ҡараны. Уҡыу йорто директоры Гүзәлиә Ниғмәтуллина әлеге ваҡытта мәктәп бинаһының ябыҡ булыуы хаҡында һөйләне. Эш шунда, 1961 йылдан алып файҙаланылған бинаға бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт үткәрелмәгән. Биналар, һыу менән тәьмин итеү, электр хужалығы туҙған хәлдә һәм ремонтлауға мохтаж. Әммә интернат үҙ эшен дауам итә.
Рөстәм Хәмитовтың, балалар ҡайҙа уҡый һуң, тигән һорауына, учреждение етәксеһе, улар күрше 5-се мәктәпкә йөрөй, тип яуапланы. Рөстәм Хәмитов балаларҙың йәшәү шарттары менән танышты һәм быйыл 14 майҙа билдәләнеүсе Ағас ултыртыу көнө сиктәрендә мәктәп етәкселеге менән ойошторолған «Ағас ултырт» акцияһында ҡатнашты. Бина ихатаһында Башҡортостан Президенты бер нисә шыршы ултыртты һәм балалар менән фотоға төштө.
Эш сәфәре барышында Рөстәм Хәмитов Нефтекама машиналар эшләү колледжына ла барҙы, унда уҡыу йорто етәкселеге һәм уҡытыусылары менән осрашты. Бында республика Президенты уҡыу-производство һәм лаборатория базалары менән танышты. Рөстәм Хәмитов колледждың йыһазландырылыу кимәлен юғары баһаланы.
Бөгөн мәғариф учреждениеһында мең ярым студент белем ала. Уҡырға ингәндә бер урынға яҡынса 8 кеше дәғүә итә.
Рөстәм Хәмитов эш сәфәре программаһынан тыш Нефтекамалағы ике аҙыҡ-түлек магазинына ла инде. Супермаркеттарҙа төбәк башлығы ассортиментты һәм хаҡтар сәйәсәтен баһаланы һәм бында урындағы етештереүселәрҙең продукцияһының етерлек кимәлдә күрһәтелмәүен билдәләне. Миҫал өсөн, һөт Ульяновскиҙан, ә колбаса Пенза өлкәһенән ҡайтарылған булып сыҡты. Республика Президенты супермаркет кәштәләрендә республикабыҙҙа етештерелгән продукцияның күберәк булырға тейешлеген билдәләне.
«НефАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте заводында Рөстәм Хәмитов үҙбушатҡыстар һәм пассажир автобустары производствоһын ҡараны. Бөгөн предприятие Рәсәй пассажирҙар автобусы баҙарының 30 процентын биләй.
Етештереү эшмәкәрлеге менән танышҡандан һуң Башҡортостан Президенты завод хеҙмәткәрҙәре менән осрашты һәм уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Күптәрҙе «буй етерлек» торлаҡ программаһы ҡыҙыҡһындырҙы. Был хаҡта һөйләгәндә, Рөстәм Хәмитов, республикала фатир мәсьәләһен хәл итеү өсөн саралар күрелә, тине.
«Беренсенән, ипотека алғандарға процент ставкаһын кәметеү буйынса программа ҡабул ителә, икенсенән – йәш ғаиләләргә ер участкалары бүленәсәк», - тине Рөстәм Хәмитов.
Төбәк башлығы йәнә, был көнүҙәк мәсьәләне, инвесторҙар йәлеп итеп, республика, ҡала һәм предприятиеның уртаҡ көсө менән хәл итергә кәрәк, тип билдәләне.
Нефтекамала Рөстәм Хәмитов автомобиль сәнәғәте өсөн пластиктан деталдәр етештереүҙә махсуслашҡан «Автопласт» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә булды. Был асылда производство сылбыры менән «НефАЗ» машиналар эшләү гигантына бәйле индустриаль парк.
Предприятие директоры Андрей Ковшов Башҡортостан Президентына производство биналарын күрһәтте, уның проблемалары һәм перспективалары хаҡында һөйләне. Предприятиела 2011 йылдың ғинуар-апрелендә башҡарылған эштәр, тейәлгән продукция күләме 198 млн. һум тәшкил иткән.
Сәфәре аҙағында Рөстәм Хәмитов Нефтекама нефть промыслалары ҡорамалдары заводы эше менән танышты. «НЗНО» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Илүс Ғарифуллин завод эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре хаҡында һөйләне, артабан завод хеҙмәткәрҙәре төбәк башлығын заводта тормошҡа ашырылған инновацион проект менән таныштырҙы.