Шаршамбы, 15 Апрель 2026
|
Өфө
+17 °С
05:53 (UTC+5), 12 Май 2011

Башҡортостан Хөкүмәтендә - яңы вице-премьер

"Башинформ"
10 майҙа Башҡортостан Президенты Указы менән Марат Мөлөков республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде, тип хәбәр итә Президенттың матбуғат хеҙмәте.
Биографик белешмә. Марат Муса улы Марат Муса улы Мөлөков 1974 йылдың 2 апрелендә Өфөлә тыуған.
1996 йылда «Банк эше» белгеслеге буйынса Башҡорт дәүләт университетын ҡыҙыл дипломға тамамлай.
2000 йылда – сит телдәр факультетын, 2001 йылда Дюк’н университетында (Duguesne University, Питтсбург, АҠШ) дәүләт идараһы өлкәһендә магистр программаһын тамамлай, «Херитедж» тикшеренеү үҙәгендә (Вашингтон, АҠШ) стажировка үтә.
Халыҡ-ара банк хеҙмәткәренән алып «Росатом»дың инновациялы эшмәкәрлегенә идара итеү буйынса «Атом-инновациялар» үҙәге етәксеһенә тиклем юл үтә.
2004 – 2005 йылдарҙа — РФ Хөкүмәте рәйесе советнигы ярҙамсыһы.
2006 – 2008 йылдарҙа — «ЦНИИАТОМИНФОРМ» федераль дәүләт унитар предприятиеһының бүлексә директоры.
Инновацион проекттар индереү, федераль стратегиялар һәм программалар эшләү һәм экспертиза үткәреү, атом тармағында инновацион эшмәкәрлекте үҫтереү буйынса сәйәсәт һәм практик саралар булдырыу менән шөғөлләнә.
2009 йылдан алып әлеге көнгә тиклем – «Техник физика һәм автоматлаштырыу ғилми-тикшеренеү институты» асыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры.
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Электрон почта
inf@bashinform.ru
Адресы
450077, Уфа, Кирова, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Ҡабул итеү бүлмәһе
(347) 250-05-07
Хеҙмәттәшлек
(347) 250-06-14
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика