Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
87.98
+0.08
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
29 Апрель 2011, 10:50

Рөстәм Хәмитов Өфөлә ветерандарҙы – Хеҙмәт геройҙарын етеп килгән Беренсе май байрамы менән ҡотланы

Киң мәғлүмәт саралары криминал һәм йондоҙҙар хаҡында ғына түгел, хеҙмәт кешеләре тураһында ла һөйләргә тейеш. Производствоға, намыҫлы эшсәндәргә иғтибар бирергә кәрәк. Был хаҡта ветерандар Башҡортостан Президенты менән осрашыуҙа һөйләште. Рөстәм Хәмитов Социалистик Хеҙмәт Геройҙарын һәм Хеҙмәт даны орденының тулы кавалерҙарын Яҙ һәм Хеҙмәт көнөн билдәләргә саҡырҙы. Залға ингәс, Рөстәм Зәки улы 50 ҡунаҡтың һәр береһен ҡулын ҡыҫып тәбрикләне. Йәмғеһе 244 кеше Герой йондоҙо һәм 17-һе Хеҙмәт данының өс ордены менән билдәләнгән. Осрашыу алдынан ветерандарға үҙҙәренең тарихы — фотолары һәм биографиялары ингән Почет китабы бүләк ителде. Өҫтәлдә уларҙы тәмле пирожныйҙар һәм эсемлектәр көтә ине.
— Һеҙҙең менән бергә булыу оло хөрмәт, — тип ҡунаҡтарға мөрәжәғәт итте Президент. —Һеҙ — ысын геройҙар. Һеҙ тыныс ваҡытта, завод-фабрикаларҙа, төҙөлөштәрҙә ҡаһарманлыҡ күрһәттегеҙ. Тарихи әһәмиәте буйынса һеҙҙең батырлығығыҙ яу яланындағы ҡаһарманлыҡҡа тиң. Һеҙҙең арала етәкселәр, партия комитеттарының беренсе секретарҙары, предприятие директорҙары, колхоз рәйестәре бар. Ябай эшселәр, крәҫтиәндәр, сиҙәм күтәреүселәр, хеҙмәт алдынғылары, производство новаторҙары ла бар. Һеҙҙең барығыҙҙы ла бер нәмә берләштерә — тап һеҙҙең ҡулдар менән илдең иҡтисади ҡеүәте булдырылды. Һуғыштан һуң емерелгән хужалыҡ аяҡҡа баҫтырылды, биш йыллыҡ пландар арттырып үтәлде. Мин һәр ваҡыт республиканың иҡтисади ҡеүәте 60-80-се йылдарҙа үҫтерелеүе хаҡында һөйләйем. Һәм быны һеҙ эшләнегеҙ. Унан һуңғы йылдарҙа һеҙ эшләгәндең яртыһы ла эшләнмәне. Ғәҙел булайыҡ, әле беҙ күп ҡатмарлыҡтарға осрайбыҙ. Ләкин улар һеҙҙең замандағы ауырлыҡтар менән сағыштырырлыҡ түгел. Асыҡ яланда, палаткаларҙа йәшәп, һеҙ заводтар төҙөнөгөҙ. Бөгөн барыһы ла булғанда, беҙ производстволарҙы мотлаҡ арттырырға бурыслыбыҙ.
Президент хәҙерге ваҡытта кешеләргә үрнәк алырлыҡ өлгөләр кәрәклеген билдәләне.
— Ҡулланыусылар йәмғиәтенең ориентирҙары үҙгәрҙе. Барыһы ла хеҙмәт кешеһе иңендә торһа ла, хеҙмәт кешеләре үҙҙәре күренмәй тиерлек. Бөгөн ил олигархтарҙы, кино йондоҙҙарын белә. Әммә был төптө дөрөҫ түгел. Шуға күрә үҙебеҙҙең республикала булһа ла беҙ йәш быуынды тәрбиәләүгә бәйле хәлдәрҙе үҙгәртергә тырышасаҡбыҙ.
Рөстәм Зәки улы был хаҡта ветерандарҙың нимә уйлауҙары менән ҡыҙыҡһынды. Президент башлаған теманы Социалистик Хеҙмәт Геройы, профессор-нефтехимик Ғүмәр Тәләшев дауам итте:
— Хәҙерге заманда киң мәғлүмәт сараларында эшсәндәр урыны юғалды. Беҙгә Башҡортостан граждандарының геройҙарса хеҙмәтен һәм профессиональ ҡаҙаныштарын танып, «хеҙмәт» һүҙе булған хөкүмәт наградалары биреү йолаһын тергеҙергә кәрәк.
Ғүмәр Ғариф улы шулай уҡ һөнәрселек училищелары абруйын күтәрергә, хеҙмәт ярыштарын тергеҙергә, алдынғы тәжрибәне киң мәғлүмәт сараларында даими яҡтыртыуҙы ойошторорға һәм хеҙмәтсәндәр тураһында фильмдар төшөрөргә тәҡдим итте.
Рөстәм Зәки улы ветерандар менән аралашты, һәр районда физкультура-һауыҡтырыу комплекстары төҙөләсәге, фермерҙарға банктарҙан ярҙам буласағы, шулай уҡ ташландыҡ хәлдәге 500 ферманың тергеҙеләсәге хаҡында хәбәр итте.
Ул йәнә сәсеүлектәр темаһын да ҡуҙғатты.
— Сәсеүлек майҙандары ике тапҡырға тиерлек ҡыҫҡарған, — тип дауам итте Рөстәм Хәмитов. — Ә ҡағыҙҙа уңыш бер нисә тапҡырға артҡан. Гектарынан 30-40-50 центнер, тип рапорт бирәләр! Ашламаһыҙ, технологияһыҙ бындай уңышты нисек алырға мөмкин? Бер нисек тә. Бына Китап биттәрен асып ҡарайым, — тине Президент, — Хәйбулла районында почетлы сиҙәм күтәреүсе гектарынан 19 центнер йыйған һәм бының өсөн Герой йондоҙон алған. Ә хәҙер? «30» тип яҙалар — игене лә, геройҙары ла юҡ, — тип ветерандарҙы көлдөрөп һүҙен тамамланы Хәмитов.
Үҙҙәренә күрһәтелгән иғтибарҙан ҡәнәғәт ҡалған Хеҙмәт Геройҙары шәхси һорауҙарын иҫкә төшөрҙө. Кемдер закон буйынса тейешле ташламаларын ала алмаған. Икенселәре яңы хужалар арҡаһында элекке производствоһына бара алмауҙарына зарланды. Президент тәртипһеҙлектәрҙе асыҡларға ҡушты һәм осрашыу һуңында үҙенең ҡунаҡтарын иҫтәлеккә фотоға төшөргә саҡырҙы.
Автор:Ольга Мортазина | фото: Олег Яровиков
Читайте нас: