Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
16+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
29 Апрель 2011, 12:00

Башҡортостан Президенты йәмәғәтселек менән асыҡ диалог алып бара

28 апрелдә Республика Йортонда «Асыҡ власть, асыҡ йәмғиәт, асыҡ киң мәғлүмәт саралары» түңәрәк өҫтәле үтте, унда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, сәйәси партиялар һәм йәмәғәт ойошмаларының төбәк бүлексәләре лидерҙары ҡатнашты.
Йәмәғәтселектең республика Президентына сәйәсәттә асыҡлыҡтың көнүҙәклеген билдәләгән мөрәжәғәте бындай осрашыуға рәсми сәбәп булды.
— Минең өсөн йәмәғәтселектең асыҡлыҡ сәйәсәтен, властың үтә күренеүсәнлеген хуплауы бик мөһим,— тип билдәләне Рөстәм Хәмитов, түңәрәк өҫтәлде асып. – Был минең өсөн принципиаль. Властың асыҡлығы — ул матур тышлыҡ ҡына түгел, ул, ғәҙәттә, системаның эшкә һәләтлелеген һаҡлауҙың берҙән-бер мөмкин булған шарты.
Республика Президенты, азатлыҡты, бәхәсләшеүҙәрҙе яһалма сикләү идея дефицитына алып бара, тип билдәләне.
— Уй-фекерҙәр циркуляцияһына ҡамасаулау — ул үҙең ултырған ботаҡты ҡырҡыуың менән бер, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Быға үҙебеҙҙең күптән түгел булып үткән тарихыбыҙҙан да раҫлауҙарҙы еңел табырға мөмкин. Советтар Союзында яҡшы нәмәләр күп булды, ләкин бер нәмә – ҡараштар төрлөлөгө генә булманы, ә фекер төрлөлөгө – ул үҫеш сығанағы. Бер төрлөлөктөң киләсәге булмауына иманым камил.
Башҡортостан Президенты конструктив тәнҡит кәрәклеген дә әйтеп үтте һәм йәмғиәтте оппозицияға һәм лояль өлөшкә бүлеүҙең яһалма булыуын билдәләп, бындай бүлеүгә ҡаршы төштө.
— Оппозициялағы күптәрҙең позитив кешеләр булыуын, улар менән хеҙмәттәшлек итергә кәрәклеген күрҙем, — тине Рөстәм Хәмитов. — Был блогта аралашыуҙан да күренә, унда комментарийҙарҙың күбеһе республикалағы хәлдәрҙе яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Беҙҙең төп маҡсат— власть халыҡҡа, ябай кешеләргә хеҙмәт итәсәк демократик йәмғиәт төҙөү.
Республика Президенты түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусыларҙы асыҡтан-асыҡ һөйләшеүгә саҡырҙы.
— Һөйләүҙән тыш, бер-беребеҙҙе тыңлауға, ишетеүгә иҫәп тотам.
Асыҡ дискуссияла Башҡортостан халҡын борсоған көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелде. «Дәүләт власы органдарында коррупцияға ҡаршы тороу үҙәге» Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Үҙәк Советы ағзаһы Эдвард Мурзин, республика Президенты башланғыстары айырым райондарға барып етмәй, ә киң мәғлүмәт сараларының үҙ-үҙенә цензураһы журналистарға етешһеҙлектәр тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләргә ирек бирмәй, тип билдәләне.
Политолог Асҡар Фазлыев мәғлүмәт киңлегендәге альтернатив фекерҙең кешегә аңлайышлыраҡ булырға тейешлегенә баҫым яһаны.
ЛДПР-ҙың төбәк бүлексәһе координаторы Иван Сухарев алданған өлөшсөләр проблемаһын күтәрҙе һәм ғәйеплеләрҙе язаға тарттырыуҙы талап итте.
«ЯБЛОКО» партияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Сергей Наумкин чиновниктар һәм депутаттар өсөн түгел, ә халыҡ мәнфәғәтендә эшләнерлек реаль эштәр һәм үҙгәрештәр кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм киң мәғлүмәт саралары менән өҫтөнлөклө бәйләнеше булған власть партияһы адресына дәғүәләрен белдерҙе.
Осрашыуҙа асыҡ, ваҡыты менән тура һүҙле һөйләшеү килеп сыҡты. Республика тормошоноң төрлө аспекттары хаҡында һүҙ барҙы. Кемдер элекке идара итеүсе кадрҙарҙың ротацияһын тиҙләтергә теләй, кемдер үҙгәрештәр темпынан ҡәнәғәт түгел.
Бөтә мәсьәләләргә ҡарата Рөстәм Хәмитов үҙенең аныҡ ҡарашын белдерҙе.
— Дүрт миллионлы республика халҡы өсөн яуап биргәндә, кәмәне сайҡатырға ярамағанлығын аңлайһың, бынан күптәрҙең зыян күреүе ихтимал, — тип билдәләне ул.
Президент фекеренсә, уның менән эшләгән команда тейешле профессионаллеккә һәм практик тәжрибәгә эйә, ләкин уның эшен икенсе төрлө ойошторорға һәм ҡуйылған маҡсаттарҙы үҙгәртергә кәрәк. Шул уҡ мәлдә Рөстәм Хәмитов, хакимиәт башлыҡтары ротацияһы республиканың 20-нән ашыу ҡала һәм райондарына ҡағылды, һәм ул артабан да дауам итәсәк, тип билдәләне.
Осрашыу аҙағында Башҡортостан Президенты властың йәмғиәт менән асыҡ диалогының көнүҙәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм уны дауам итергә теләк белдерҙе.
Автор:Марина Шумилова | фото: Олег Яровиков
Читайте нас: