Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
87.67
-0.23
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
25 Апрель 2011, 12:02

Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Ғафури районында булды

23 апрелдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Ғафури районында булды, унда социаль инфраструктура объекттары менән танышты.
Красноусол ауылында Рөстәм Хәмитов капиталь ремонт талап ителгән үҙәк район дауаханаһын ҡараны – дауалау учреждениеһының торошо шәптән түгел. Шул уҡ мәлдә медицина учреждениеһын ремонтлауға аҡса алдан уҡ бүленгән, әммә ремонт эштәре тулы күләмдә башҡарылмаған. Хәйер, башҡарылған эштәр сифаты ла ҡәнәғәтләнерлек түгел. Ремонт үткән палаталарҙың ҡайһы бер урындарында ярыҡтар барлыҡҡа килгән. Эштәрҙе тамамлау өсөн тағы 17 миллион һум кәрәк.
Үҙәк район дауаханаһының төп проблемаһы – поликлиниканың булмауы. Уның корпусында ремонт барғанға күрә, ҡорамалдар һәм белгестәр дауахананың башҡа бүлектәрендә урынлаштырылған. Өҫтәүенә бина торошо асептика һәм антисептика талаптарын күҙәтергә мөмкинлек бирмәй.
«Янығыҙҙан ҙур түрәләр үтеп йөрөүенә, эргәгеҙҙә генә бик шәп шифахана булыуына ҡарамаҫтан, дауаханала ярлылыҡ хөкөм һөрә, ауыр сирле пациенттар коридорҙарҙа ята, — тип асыуланды Рөстәм Хәмитов. — Миндә был ауыр тәьҫораттар ҡалдырҙы, һәм мин ҡәтғи рәүештә дауахананы ошо хәлгә еткергән вазифалы кешеләрҙе яуаплылыҡҡа тарттырыуҙарын талап итәм».
Республика башлығы дауахана бүлектәрен ҡараны, клиника пациенттары менән аралашты һәм уларға тиҙ арала һауығыуҙарын теләне. Медицина персоналы менән әңгәмәләшкәндә дауахананың ремонттан башҡа проблемалары булыуы ла асыҡланды. Торлаҡ етешмәүе арҡаһында учреждение штаты тулы түгел. 86 белгес урынына бында ни бары 53 кеше эшләй. Шулай ҙа был мәсьәлә хәл итерлек.
«Әгәр бында табиптар өсөн торлаҡ төҙөлһә, белгестәр килерме?» – тип ҡыҙыҡһынды Рөстәм Хәмитов һәм ыңғай яуап алды.
Әлеге ваҡытта ауылда 24 фатирлыҡ йорт төҙөлә. Ләкин республика башлығы бының ғына аҙ булыуын блдәләне.
«Киләсәкте уйларға, 2012-2013 йылдарға йорттар һала башларға кәрәк» — тине Башҡортостан Президенты.
Китер алдынан Рөстәм Хәмитов, дауахананы ремонтлауға средстволар мотлаҡ бүленәсәк, бәлки аҡса быйыл уҡ булыр, тине. Ә аҡсаны файҙаланыу тураһындағы материалдар тикшереү органдарына ебәреләсәк.
***
Ғафури районының район үҙәгендә балалар икенсе йыл инде файҙаланыуға тапшырылмаған мәктәптә уҡый. Уҡыу учреждениеһының яңы бинаһы 2010 йылда төҙөлгән, ләкин заказсы-төҙөүсе төҙөлөш-монтажлау эштәрен әле һаман тамамламаған, шуға күрә бинаны сафҡа индереүгә документтар ҙа юҡ.
Төҙөлөп бөтмәгән спорт майҙансығында етешһеҙлектәр бар. Уҡыу йорто янындағы территория ла төҙөкләндерелмәгән. Өҫтәүенә корпустарҙың береһендә канализация эшләмәй. Норматив документацияның булмауы мәктәп хакимиәтенең хеҙмәт күрһәтеүгә һәр төрлө ойошмалар менән килешеүҙәр төҙөгәндә ҡатмарлыҡтар тыуҙыра.
Рөстәм Хәмитов хеҙмәт, информатика кабинеттарын, ашхананы ҡараны.
Төбәк башлығына мәктәптә 530 бала уҡыуы хаҡында һөйләнеләр. Был уҡыу йорто республикала үҙенең спорт ҡаҙаныштары менән дан тота. Мәктәпте тамамлаусылар араһында күренекле кешеләр күп.
«Башҡортостан уҡытыусыларына эш хаҡын 30 процентҡа арттырасаҡтар», — тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов педагогтар менән осрашыуҙа.
Республика башлығы һүҙҙәренсә, быйыл мәғариф системаһын финанслауға федераль бюджеттан 750 млн һум тиерлек аҡса бүленәсәк. Был средстволар мәктәптәр өсөн ҡорамалдар һатып алыуға йүнәлтеләсәк. Федераль финанс һалыуҙар мәктәптәрҙе йыһазландырыуға билдәләнгән республика бюджеты средстволарын педагогтарҙың эш хаҡын арттырыуға тотонорға мөмкинлек бирәсәк.
Был аҡсаға Башҡортостан ҡаҙнаһынан йәнә 300 миллион һум йүнәлтеү планлаштырыла. Шулай итеп, уҡытыусыларҙың эш хаҡын арттырыуға дөйөм алғанда миллиард һум йүнәлтеләсәк. Тәүге арттырылған күләмдәге түләүҙәр ағымдағы йылдың 1 сентябренән бирелә башлаясаҡ. Һөҙөмтәлә һәр педагог, улар республикала 48 мең кеше, хеҙмәт хаҡына 30 процент самаһы өҫтәмә аласаҡ.
***
Ғафури районы буйлап эш сәфәре барышында Рөстәм Хәмитов экологик өмәлә ҡатнашты. Красноусол ауылының 2-се «Тирәккәй» балалар баҡсаһы территорияһында республика башлығы бер нисә ағас ултыртты һәм өмәгә килгән тәрбиәселәр менән аралашты.
Рөстәм Хәмитов мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында ремонт барышы менән дә танышты. «Тирәккәй» 1970 йылда төҙөлгән. Икенсе яңыраҡ корпусы бында 1991 йылда һалынған. Әлеге ваҡытта төҙөүселәр иҫке бинаны ремонтлай. Был маҡсатта 4 миллион һум үҙләштерелгән. Объекттағы ҡалған эштәрҙе тамамлауға ла шул сама кәрәк. Белгестәрҙе иҫке бина стенаһында йыл ярым элек барлыҡҡа килгән ярыҡ борсой. Төҙөүселәр фундаментын нығытҡан һәм стеналағы ярыҡты беркеткестәр менән тарттырған.
***
Эш сәфәре йомғаҡтары буйынса Рөстәм Хәмитов Ғафури районы етәкселегенә социаль өлкә учреждениелары төҙөлөшөн һәм ремонтын, шулай уҡ уларҙы ҡорамалдар менән йыһазландырыуҙы күҙаллаған программа әҙерләргә ҡушты (2015 йылға тиклемге осорҙа).
«Районға социаль инфраструктура үҫеше өлөшөндә ярҙам күрһәтеләсәк», — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
Ғафури районы бюджеты - дотациялы. 2010 йылда ул 630 млн. һум тәшкил иткән, шуларҙан 124 млн. һумы – үҙенең табышы (19,7%).
Автор:Евгений Рәхимҡолов
Читайте нас: