Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+11 °С
05:24 (UTC+5), 24 Марта 2011

Мәхмүд Аббас Өфөлә юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин менән осрашты

Әлфиә Әһлиуллина | фото: Рәиф Баҙыҡов
Шаршамбы, 23 мартта, Палестина милли хакимиәте башлығы Мәхмүд Аббас Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин менән осрашты. Осрашыу Өфөнөң беренсе йәмиғ мәсетендә үтте, унда ике мосолман лидеры киске намаҙ ҡылды.
Аралашыу юғары мөфтөй резиденцияһында дауам итте. Әңгәмә тәржемәсеһеҙ, ғәрәп телендә барҙы. Тәлғәт Тажетдин үҙенең абруйлы ҡунағына төбәктә ислам сығанаҡтарын сағылдырған картинаны күрһәтте, беренсе йәмиғ мәсетен асыу тарихы, Үҙәк диниә назараты эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне.
Палестина лидеры иғтибарын мөфтөй резиденцияһында Рәсәй һәм Башҡортостан флагтары йәлеп итте. Ул төҫтәр палитраһы айырмалығы һәм уларҙың нимә аңлатыуы менән ҡыҙыҡһынды. Тулы яуап менән ҡунаҡ ҡәнәғәт ҡалды.
Осрашыу хаҡында иҫтәлеккә юғары мөфтөй Палестина милли хакимиәте башлығына Башҡортостан Республикаһы символы — кәрәҙле бал тапшырҙы.
Хушлашҡанда Мәхмүд Аббас дуҫтарса Тәлғәт Тажетдиндың ҡулын ҡыҫты.
1 из 8
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика