Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.25
-0.72
89.14
-0.87
62.51
+0.52
17+ °C
Облачно
Сәйәсәт
2 Февраля 2011, 07:30

Николай Герасимов: Башҡортостанда милләт-ара мөнәсәбәттәрҙә проблемалар юҡ

2011 йыл Башҡортостанда Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы тип иғлан ителде. Был туралағы Указға республика Президенты Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы.
— Башҡортостан милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса Рәсәйгә һәр ваҡыт өлгө булды, — тип иҫәпләй Башҡортостан Республикаһындағы Мордва милли-мәҙәни автономияһы рәйесе Николай Герасимов. — Республикала халыҡтар араһында һәр ваҡыт консенсус булды. Барыһы ла күрә, беҙҙә бер кем менән дә бер ниндәй ҙә конфликттар юҡ. Кешеләр милләтенә, мәҙәниәте һәм теленә ҡарамай, бер-береһен ихтирам итә. Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылын иғлан итеү республикала йәшәгән халыҡтарҙың үҙ-ара аңлашыуын яҡшыртасаҡ ҡына, тип уйлайым.
Автор:Тимур Рәхмәтуллин
Читайте нас