09:45 (UTC+5), 22 Декабря 2010

Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе Р. Мырҙағоловтың аңлатмаһы

20 декабрҙә Өфөлә «Интерфакс-Поволжье» мәғлүмәт агентлығы матбуғат үҙәгендә БР Президенты ҡарамағындағы элекке Дәүләт советнигы Сергей Лаврентьев менән матбуғат конференцияһы үткәрелде. Бында ул, «Урал» шәхси фондының мәғлүмәт хеҙмәте етәксеһе булараҡ, «дәүләт власы – фонд – йәмәғәтселек» вертикале буйынса мөнәсәбәттәрҙе көйләргә планлаштырыуы тураһында ҡайһы бер белдереүҙәр яһаны. Шуға бәйле «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы республика башлығы аппаратына аңлатма биреүҙәрен һорап мөрәжәғәт итте. Агентлыҡ хәбәрсеһе һорауҙарына Президент Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Ростислав Мырҙағолов яуап бирҙе.
— Ростислав Рәфҡәт улы, Башҡортостандың элекке башлығының хәйриә фондын ойоштороу менән бәйле килеп тыуған ығы-зығының сәбәбе нимәлә?
— Белеүегеҙсә, Башҡортостанда республиканың нефть комплексын һатыуҙан алынған средстволар тупланған “Урал” фонды эшләй башланы. Ә Рәсәй Федерацияһы етәкселеге тарафынан Башҡортостандың башҡарма власына, шулай уҡ федераль көс структураларының республика подразделениеларына республика территорияһында ҙур аҡсалар ярҙамында ижтимағи-сәйәси хәлгә йоғонто яһаусы альтернатив үҙәк булдырыуға юл ҡуймаҫҡа ҡушылды.
— Фонд вәкилдәре күп тапҡырҙар, фонд хәйриә эшмәкәрлеге менән генә шөғөлләнергә ниәтләй, тип белдерҙе…
— Хоҡуҡ һаҡлау органдарының, йыш ҡына төрлө фондтар тарафынан изге ниәттә башҡарылмаған ғәмәлдәрҙе тормошҡа ашырыусы кешеләр һәм ойошмалар финанслана, тип уйларға нигеҙе бар. Күрәһең, көс структураларының нимәнәндер шикләнергә нигеҙе бар, сөнки кемдеңдер былтыр йәй кеше күп йөрөгән урындарҙа тиҫтәләгән теракт әҙерләүсе боевиктарҙы финанслауы, кемдеңдер дәүләткә ҡаршы акциялар ойошторорға маташыуы бер кемгә лә сер түгел.
Әлбиттә, беҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улын ауыр енәйәттәрҙә ғәйепләй алмайбыҙ, ләкин, бөтә тулылығында дәүләт власына эйә булмай тороп, ошондай ҙур ресурстарға уның контроллек итә алыуына гарантия ҡайҙа? Шуға күрә ил етәкселегенең депозитта урынлаштырылған аҡса дивидендтарын республиканың социаль-иҡтисади ихтыяждарына бүлеүҙе шәхсән контролгә алырға ҡушыуы юҡҡа түгелдер, моғайын. Был эш ил етәкселеге тарафынан Мортаза Рәхимовҡа еткерелде һәм ул, билдәләп үтергә кәрәк, шунда уҡ әйтелгән дәлилдәрҙе аңлап, “Урал” фонды советын формалаштырыуға бәйле барлыҡ рәсми эштәрҙе тиҙ арала көйләйәсәген белдерҙе.
— Республикалағы иң ҙур хәйриә фондының эшсе органдарын ойоштороу принциптарына «Аҡ йорт»тоң ҡарашы нисек?
— Мортаза Рәхимов, ТЭК-ты һатыуҙан алынған аҡса йәмәғәтселектеке, тип бер нисә тапҡыр әйтте, тимәк, уларҙы файҙаланыу барышы ла элекке бер нисә топ-менеджер тарафынан контролдә тотолорға тейеш түгел. Ни өсөн тап улар һайланған? Был осраҡта финанслау өсөн объекттар һайлау ни дәрәжәлә ғәҙел булыр ине? Әлегә был һорауҙарға беҙҙә яуап юҡ. Әммә Мортаза Рәхимовтың үҙенә йөкмәтелгән бурыстарҙы тулыһынса үтәренә, фонд советы абруйлы һәм ихтирамлы кешеләрҙән төҙөлөүенә, халыҡ байлығын һатыуҙан алынған аҡса компетентлы органдар күҙәтеүе аҫтында тик халыҡ ихтыяжына йүнәлтелеренә шигебеҙ юҡ.
— Лаврентьевтың матбуғат конференцияһындағы һығымталары буйынса мәҡәләләрҙә, БР дәүләт киң мәғлүмәт саралары “өҫтән” күрһәтмә буйынса был сараға иғтибар бирмәне, тигән ғәйепләүҙәр яңғыраны. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, мәҫәлән, был ҡыҙыҡлы ваҡиға тураһында «Интерфакс-Поволжье» сайтында сара алдынан ғына баҫылып сыҡҡан анонстан белде. Был матбуғат конференцияһын яҡтыртырға тыйыуҙы раҫлай йәки кире ҡаға алаһығыҙмы?
— Һис шикһеҙ, кире ҡаға алам. Ғөмүмән алғанда, йәнәһе, Мортаза Рәхимов исеменән һәм уның ҡушыуы буйынса белдерелгән яңғырауыҡлы һүҙҙәр ишетелгән матбуғат конференцияһы шаҡтай сәйер тойолдо, сөнки быға тиклем Президент хакимиәтендә эшләгән бер кеше күптән түгел Мортаза Ғөбәйҙулла улы тарафынан әйтелгән барлыҡ һүҙҙәрҙе кире ҡаҡты. Уйлауымса, Башҡортостандың тәүге президенты бөтә йөкләмәләрҙән һәм, үҙе әйтеүенсә, “халыҡ” аҡсаһы менән үҙе генә идара итергә ынтылыуҙан баш тартыуын раҫлағанға тиклем был һүҙҙәргә беҙ етди ҡарай алмайбыҙ.
— «Урал» Хәйриә фондында тупланған средстволар масштабы тураһында һүҙ алып барылғанда республиканың элекке етәкселәренә дәүләт санитар-гигиена тәьминәте мәсьәләләрен ҡуҙғатыу бер аҙ сәйерерәк яңғыраны. Әммә ни өсөндөр улар ҙа һуңғы ваҡытта сәйәси әһәмиәткә эйә була бара. “Мунса тарихына” асыҡлыҡ индереп китһәгеҙ ине.
— Мортаза Рәхимов киләсәктә президент резиденцияһында урынлашҡан мунсаға бара алмауы уңайынан ҡыйынлыҡ кисереүе хаҡындағы тема бөтөнләй көлкө тойола. Мортаза Ғөбәйҙулла улының Өфөлә Йәшел сауҡалыҡ микрорайонындағы йортонда бөтә уңайлыҡтар булыуы билдәле һәм ябай булып беҙҙең хәтерҙә ҡалған кешене нескә сибарит итеп күҙ алдына баҫтырыу бөтөнләй башҡа һыймай.
БР президенты посынан китеүсегә гарантиялар хаҡындағы законға килгәндә, ул тулыһынса үтәлә, өҫтәүенә, хаҡлы ялға киткәнсе республика үҫешендә ысынлап та һиҙелерлек роль уйнаған Мортаза Рәхимовҡа һәр ваҡыт барлыҡ варианттарҙы һайлау мөмкинлеге бирелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика