07:23 (UTC+5), 28 Сентября 2010

Рөстәм Хәмитов: Халыҡты лайыҡлы торлаҡ менән тәьмин итеү өсөн аҡса йәл түгел

Ғәлиә Нәбиева
Төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов БР Хөкүмәте ултырышында республика халҡын авария хәлендәге иҫке торлаҡтан күсереү проблемаһын күтәрҙе. Республикала был проблеманы хәл итеү өсөн Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды менән берлектә ике адреслы программа эшләнгән һәм тормошҡа ашырыла, шул иҫәптән аҙ ҡатлы төҙөлөштө үҫтереү ихтыяжын иҫәпкә алып.
Күрһәтелгән программалар буйынса граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереүгә средстволарҙың дөйөм күләме 2010 йылда 644 миллион 387 мең һум тәшкил итә, шул иҫәптән Фонд средстволары – 588 миллион 454 мең һум, муниципаль берәмектәр средстволары – 55 миллион 933 мең һум.
Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Хәлит Мәхмүтов хәбәр итеүенсә, беренсе программаға Өфө, Нефтекама, Октябрьский, Бөрө, Мәләүез, Туймазы һәм Яңауыл ҡалалары инде.
Уға ярашлы быйыл 54 авария хәлендәге торлаҡ йорттан 1523 кеше күсереләсәк.
Аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүҙе иҫәпкә алып икенсе программала ҡатнашыусылар иҫәбенә дүрт ҡала: Өфө, Сибай, Баймаҡ һәм Ишембай инә.
Хәҙерге ваҡытта Өфөлә эксперименталь аҙ ҡатлы энергия һөҙөмтәле йорт төҙөлә. 33 фатирлыҡ өс ҡатлы йорт Совет районында сафҡа индереләсәк. 1 ғинуарға тиклем 6 авария хәлендәге йорттан 112 кеше өй туйларға тейеш.
Хәлит Мәхмүтов төҙөлөш эштәре график буйынса барған ҡалаларҙы атаны. Былар – Октябрьский, Бөрө, Мәләүез, Туймазы.
Төҙөлөш буйынса дәүләт комитеты башлығы, авария фондынан халыҡты күсереү өсөн 10-15 миллиард һум кәрәк, тип белдерҙе. Йыл һайын республика бюджетынан ғына бер миллиард ярым һум йүнәлтергә кәрәк.
— Был мәсьәләгә аҡса йәл түгел, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Президенты. — ХХI быуатта кешеләрҙең ергә һеңеп бөткән, санитария шарттары булмаған, коммуналь хеҙмәтләндереүҙәрһеҙ йорттарҙа йәшәүенә юл ҡуйырға ярамай. Иҫке торлаҡты һүтеү буйынса республика программаһы кәрәк. Ул "Торлаҡ" программаһының бер өлөшө булып торорға тейеш. Беҙ эшмәкәрлек өҫтөнлөктәрен билдәләнек: эш, эш хаҡы, торлаҡ. Был йүнәлештә эште әүҙемләштерергә кәрәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика