Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.76
-0.07
90.16
-0.38
62.51
+0.52
-9 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
22 Сентябрь 2010, 10:23
Рөстәм Хәмитов аҙыҡ-түлеккә хаҡтар артыуы сәбәптәрен тикшерергә ҡушты
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәте ағзаларына төп аҙыҡ-түлек продукттарына хаҡтарҙың артыуын туҡтатыу өсөн саралар күрергә һәм уларҙың хаҡы күтәрелеүенең ысын сәбәптәрен асыҡларға ҡушты. Төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, эксперттар, сауҙа компаниялары һәм аграр сектор вәкилдәре ҡатнашлығында был мәсьәлә буйынса киңәйтелгән кәңәшмә ошо аҙнала уҡ үткәреләсәк.
«Мин талап ҙур булыуы менән файҙаланып байырға тырышыусыларҙы тикшерергә ҡуштым. Төп аҙыҡ-түлек продукттарына хаҡтар артыуына мин бер ниндәй ҙә тәүшарттар күрмәйем. Аҙыҡ-түлек баҙарында өҫтәмә килем алырға маташыуҙарға ҡаты сик ҡуйырға кәрәк. Хаҡтар артыу менән беҙ килешмәйәсәкбеҙ», — тине Рөстәм Хәмитов.
Республика башлығы Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры урынбаҫары Шамил Вахитовҡа әлеге ваҡытта аҙыҡ-түлек продукттары баҙарындағы хәлгә анализ яһарға һәм хаҡтарҙың артыуын туҡтатыу буйынса тейешле ҡарар әҙерләргә ҡушты.
Автор:
"Башинформ"
Теги:
бр президенты
Читайте нас