Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.57
+0.16
93.26
+0.09
80.51
-1.86
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
9 Август 2010, 14:10

Валерий Казаков вафат булды

Илебеҙ фәне һәм юғары мәктәбе ауыр юғалтыу кисерҙе. 2010 йылдың 6 авгусында Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, химия фәндәре докторы, профессор Валерий Петрович Казаков 77-се йәшендә ҡапыл вафат булды.
В.П. Казаков 1934 йылдың 11 июлендә Приморье крайының Буденковский районы Владимиро-Александровское ауылында тыуған. 1957 йылда Ленинград дәүләт университетын тамамлай. 1959 - 1968 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Себер бүлексәһе Йылылыҡ физикаһы институтында эшләй. 1969 йылдан алып В.П. Казаковтың бөтә хеҙмәт эшмәкәрлеге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Органик химия институты менән бәйле. 1970 йылдан ул Органик химия институтының химик физика лабораторияһы мөдире, 1987 - 1993 йылдарҙа бер үк ваҡытта Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге президиумы рәйесе урынбаҫары була.
Валерий Петровичтың ғилми ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе ифрат киң - алтын менән платинаның комплекслы берләшмәләрен тикшереү, иретмәләрҙең хемилюминесценцияһы, фотолюминесценцияһы һәм радиолюминесценцияһы. В.П. Казаков трансуранлы элементтарҙы теркәү өсөн тәүге һыу сцинтилляторын, Рәсәй Фәндәр академияһының И.В. Курчатов исемендәге атом энергияһы институты (Мәскәү ҡалаһы) хеҙмәткәрҙәре менән берлектә атом реакторының ядро яғыулығын эшләп сығарыу тәрәнлеген ситтән тороп диагностикалау өсөн антинейтрино детекторын эшләй.
В.П. Казаков ғилми кадрҙар әҙерләүҙә әүҙем ҡатнаша, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Органик химия институты ҡарамағындағы (рәйес урынбаҫары), Башҡорт дәүләт университетындағы (рәйес), Волгоград дәүләт техник университетындағы диссертация советтарында эшләй. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Органик химия институтының Ғилми советы, РФФИ-ның химия секцияһы советы, Рәсәй Фәндәр академияһының “Химическая физика” һәм “Химия высоких энергий” журналдарында мөхәрририәт ағзаһы була. Өфө медицина дәүләт университетының фармацевтика факультетында, Башҡорт дәүләт университетының химия факультетында уҡыта, “Ҡуҙғыусан хәлдәр химияһы” махсус курсын уҡый.
В.П Казаков ватан фәненә ғәйәт ҙур өлөш индергән абруйлы Рәсәй ғалимы була. Ул - 490-дан ашыу ғилми хеҙмәт, 22 уйлап табыу, 6 монография авторы һәм авторҙашы, уның етәкселегендә 6 фән докторы һәм 25 фән кандидаты әҙерләнә.
В.П. Казаковтың күп йыллыҡ ғилми эшмәкәрлеге юғары танылыу ала. Ул II дәрәжәє “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” орден миҙалы менән бүләкләнә.
Һоҡланғыс кеше, талантлы ғалим, етәксе һәм педагог Валерий Петрович Казаков хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.
Некрологҡа Башҡортостан президенты Рөстәм Хәмитов, республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев һәм башҡа рәсми кешеләр һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡул ҡуйған.
Автор:"Башинформ"
Теги:хәтер
Читайте нас: