Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.41
-1.14
93.17
-1.2
81.31
-1.06
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
3 Август 2010, 15:10

7 августа Мәләүездә хәләл продукцияһы күргәҙмә-йәрминкәһе асыла

7 августа Мәләүездә Башҡортостан Республикаһында хәләл продукцияның икенсе күргәҙмә-йәрминкәһе үтәсәк. Сараны ойоштороусылар булып БР Мосолмандарының Диниә назараты ҡарамағындағы «Хәләл» стандарты буйынса комитеты һәм Мәләүез районы хакимиәте сығыш яһай.
Күргәҙмәлә шәриғәт ҡанундарына ярашлы тауар етештереүселәр һәм хеҙмәт күрһәтеүселәр менән танышыу мөмкинлеге биреләсәк. Әлеге ваҡытта беҙҙең республиканан 15 ойошма, шулай уҡ Силәбе, Свердловск, Һамар, Белгород өлкәләре кеүек башҡа төбәктәрҙән бер нисә предприятие ҡатнашыуға теләк белдергән. Күргәҙмәгә йәнә был сара дауамында планлаштырылған семинарҙарҙа һәм кәңәшмәләрҙә ҡатнашыу өсөн Мәскәү һәм Татарстандан ҡунаҡтар килеүе көтөлә.
Унда туҡланыу продукттарынан алып кейемгә, косметиканан алып китаптарға һәм медицина хеҙмәтләндереүенә тиклем һәр төрлө аҙыҡ-түлек продукттары һәм хеҙмәттәр тәҡдим ителәсәк.
Автор:Евгений Рәхимҡолов
Читайте нас: