Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов Профсоюздар йортонда БР Профсоюздар федерацияһы активы менән осрашты. Сәғәт ярым буйына фекер алышыу барышында республика башлығы БР Профсоюздар федерацияһы етәкселеге, тармаҡ профсоюздары һәм тәүге профсоюз ойошмалары вәкилдәре менән республика иҡтисадында йыйылып киткән проблемаларҙы һәм төбәктең артабанғы үҫеш перспективаларын тикшерҙе. Президенттан тыш, профсоюздар менән БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Фидус Ямалетдинов та аралашты.
Рөстәм Хәмитов сығышында республикала айырым ҡаҙаныштар менән бер рәттән кисектергеһеҙ мәсьәләләрҙең күп булыуын белдерҙе.
Көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе итеп Рөстәм Хәмитов йылдан-йыл ҙурая барыусы бюджет дефицитын атаны. Бөгөнгө көндә республиканың йыллыҡ бюджеты 80 миллиард һум самаһы тәшкил итә. Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, әлеге күрһәткес буйынса республика 54-се урынды биләй.
Уртаса хеҙмәт хаҡы күләме буйынса ла хәлдәр шәптән түгел. Был позиция буйынса республика илдә 40-сы урында.
Ауыл хужалығы үҫешендәге мәсьәләләргә лә Президент айырым туҡталды. Бөгөн Башҡортостан халҡының 40 проценты ауылда йәшәй. Шул уҡ ваҡытта агросәнәғәт тармағының тулайым төбәк продуктындағы өлөшө 10 проценттан артмай.
— Төбәктә проблемалар етерлек, — тине Президент. – Мин улар тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләү, тикшереү һәм хәл итеү яҡлы. Ғөмүмән, проблемалар хаҡында дөрөҫөн һөйләргә кәрәк. Яңы ойоштороласаҡ Хөкүмәттән мин уларҙы яуаплы хәл итеүҙе талап итәсәкмен.
Рөстәм Хәмитов фекеренсә, әлеге кеүек темптар менән республика оҙаҡ үҫешеүе мөмкин. Әммә был осраҡта беҙ, әйтәйек, халыҡты торлаҡ менән тәьмин итеү кеүек проблеманы хәл итә алмаясаҡбыҙ.
— Әгәр йылына ике миллион квадрат метр торлаҡ төҙөһәк, 2020 йылға беҙ һәр кешегә 23–24 квадрат метр торлаҡ майҙаны менән тәьмин итеүгә өлгәшә алмаясаҡбыҙ, — тип иҫәпләй республика башлығы. – Шуға күрә беҙгә йыл һайын дүрт-биш миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индерергә кәрәк, йәғни һәр кешегә берәр квадрат метр. Шул саҡта 2020 йылға беҙ һәр кешегә 30 квадрат метр торлаҡ күрһәткесенә өлгәшә, һәм шулай итеп уртаса үҫештәге илдәргә тиңләшә аласаҡбыҙ.
Был шулай уҡ тулайым төбәк продуктына ла ҡағыла. Әлеге үҫеш темпы менән беҙ 2020 йылда уны 1,2 триллион һәм күләмендә күҙаллай алабыҙ. Ә Башҡортостанда ысынлап та етди иҡтисади үҫеш тураһында һүҙ алып барыу өсөн республикаға ул ваҡытҡа өс триллион һум күләмендә тулайым төбәк продукты күрһәткесенә өлгәшергә кәрәк. Ә бының өсөн перспективалы тармаҡтар табырға һәм уларҙы үҫтерергә кәрәк.
Профсоюздар, Рөстәм Хәмитов фекеренсә, кешене яҡлау өсөн туранан-тура яуап биреүсе структура. Һәм был функцияһын ул тулы күләмдә үтәргә тейеш.
— Әйтергә кәрәк, бөгөн республикала хеҙмәтсәндәр яғынан билдәле бер ризаһыҙлыҡ күҙәтелә, — тине Президент. — Был түбән эш хаҡы ла, эш күплеге лә, зарарлы хеҙмәт шарттарында эшләү ҙә. Эш биреүселәр менән эшләүселәр араһында килеп тыуған бөтә микроконфликттарҙы тикшереү – профсоюздарҙың төп функцияларының береһе. Тап улар был мәсьәләләрҙең айышына төшөнөргә һәм уларҙы хәл итергә тейеш.
Республика башлығы профсоюз активы менән даими рәүештә ошондай осрашыуҙар үткәрәсәк. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, ул профсоюздар менән йылына кәмендә бер тапҡыр осрашырға йыйына, ә уларҙың лидеры Әмирхан Сәмерханов менән – ихтыяжға ҡарап.
Бөгөнгө кеүек осрашыуҙарҙы төбәк башлығы ҙур сәнәғәт предприятиелары милекселәре, банк берләшмәһе һәм урта бизнес вәкилдәре менән дә үткәрергә планлаштыра. Улар август айында уҡ үтергә тейеш.