06:23 (UTC+5), 16 Июля 2010

Рөстәм Хәмитов үҙ вазифаһын үтәүгә тотондо

БР Президентының матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов Өфөлә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был вазифаға уны Рәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Медведев тәғәйенләне.
Ҡыҫҡаса биография. Рөстәм Зәки улы Хәмитов 1954 йылдың 18 авгусында Кемерово өлкәһенең Ленинск-Кузнецкий районы Драченино ауылында тыуған. 1977 йылда Бауман исемендәге Мәскәү юғары техник училищеһын "инженер-механик" белгеслеге буйынса тамамлаған. Техник фәндәр докторы дәрәжәһенә эйә.
1977-1978 йылдарҙа — Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең механик-йыйыу цехы мастеры ярҙамсыһы, мастеры.
1978-1986 — Өфө авиация институты инженеры, кесе ғилми хеҙмәткәре, өлкән ғилми хеҙмәткәре.
1986-1990 — Бөтә союз магистраль торба үткәргестәр төҙөлөшө буйынса ғилми-тикшеренеү институтының Көнсығыш филиалында (Өфө ҡалаһы) лаборатория мөдире, бүлек мөдире.
1990-1993 — Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты, Юғары Советтың Экология һәм тәбиғи ресурстарҙы рациональ файҙаланыу буйынса комиссияһы рәйесе була.
1993-1994 — Башҡортостан Республикаһы Ғәмәли экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу институты директоры (Өфө ҡалаһы).
1994 йылдан 1996 йылға тиклем Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһының тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, тәбиғәттән файҙаланыу, ғәҙәттән тыш хәлдәр эҙемтәләрен иҫкәртеү һәм бөтөрөү буйынса министр вазифаһын биләй.
1996-1999 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм экологик именлек буйынса министры, Башҡортостан Республикаһының Именлек Советы ағзаһы була.
1999-2000 йылдар — РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү департаменты етәксеһе.
2000 йылдан 2003 йылға тиклем Рөстәм Хәмитов РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле аппаратының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш федераль инспекторы, РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы (Түбәнге Новгород ҡалаһы) була.
2003 йылдың 18 февраленән — РФ Һалымдар һәм йыйымдар буйынса министрлығының 4-се номер төбәк-ара инспекция етәксеһе (инспекция яғыулыҡ-энергетика комплексы предприятиеларын етәкләне).
2003 йылдың 10 октябренән 2004 йылдың мартына тиклем — РФ Һалымдар һәм йыйымдар буйынса министрлығының Эре һалым түләүселәр идаралығы начальнигы. Административ реформа барышында РФ Президенты В.Путиндың 2004 йылдың 9 мартындағы "Федераль башҡарма власть органдары системаһы һәм структураһы тураһында" Указы менән РФ Һалымдар һәм йыйымдар буйынса министрлығы Федераль һалым хеҙмәте итеп үҙгәртелә.
2004 йылдың 21 мартында Рөстәм Хәмитов 2004 йылдың 9 мартындағы ошо уҡ указ менән төҙөлгән РФ Тәбиғи ресурстар министрлығы ведомствоһындағы Федераль һыу ресурстары агентлығы етәксеһе итеп тәғәйенләнә.
2009 йылдың июленән — "РусГидро" асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы ағзаһы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика