Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.76
-0.07
90.16
-0.38
62.51
+0.52
-12 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
16 Июль 2010, 15:24
Профсоюздар дәүләт учреждениеларының хоҡуҡи хәлен камиллаштырыу хаҡында
Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһы БР дәүләт учреждениеларының хоҡуҡи хәлен камиллаштырыу буйынса Саралар планы проектына тәҡдимдәр индерҙе, ул «Дәүләт учреждениеларының хоҡуҡи хәлен камиллаштырыу менән бәйле Рәсәй Федерацияһының айырым закондар сығарыу акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында» Федераль закон положениеларына ярашлы БР Финанс министрлығында эшкәртелә.
БР Профсоюздар федерацияһы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, индерелгән тәҡдимдәр профсоюздарҙың бюджет учреждениелары тибын үҙгәртеү тәртибен, уларҙы үҙгәртеп ойоштороу һәм бөтөрөү, дәүләт хеҙмәтләндереүҙәре күрһәтеүгә дәүләт заданиеһын төҙөү тәртибен билдәләүсе норматив документтарын әҙерләүҙә ҡатнашыуын ҡарай.
Профсоюздар шулай уҡ хоҡуҡ статусын үҙгәрткән учреждениелар һаны, учреждениеларҙың кредитор бурысы үҫеше, эш хаҡы кимәле, хеҙмәткәрҙәрҙең һаны кеүек күрһәткестәр буйынса мониторинг үткәрергә тәҡдим итте.
Автор:
Евгений Рәхимҡолов
Теги:
профсоюздар
Читайте нас