Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.78
-0.23
98.03
-0.69
89.29
+0.18
18+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
7 Июль 2010, 14:13

Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы республикаға ҡаршы алып барылған «ҡара пиар»ға асыу белдерә

Күптән түгел Өфөлә Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы ултырышы үтте, унда Ассамблея ағзалары һуңғы арала киң мәғлүмәт сараларындағы Башҡортостан Республикаһына ҡаршы йүнәлтелгән кире мәғлүмәттәр һәм инсинуациялар ағымының көсәйеүен тикшерҙе.
Ултырышта Рәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Медведевҡа һәм Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путинға Мөрәжәғәт ҡабул ителде, унда былай тиелә:
«Беҙ, күп милләтле Башҡортостан халыҡтары вәкилдәре, Башҡортостан Республикаһын һәм уның етәкселеген дискредитациялауға йүнәлтелгән киң мәғлүмәт сараларындағы бысраҡ мәғлүмәттәр ағымына бәйле тәрән борсолоу белдерәбеҙ.
Беҙ «Российская газета»ның 2010 йылдың 30 июне һанындағы А.Сидреевтың Башҡортостан республикаһындағы “Үҙ йортом” программаһына бысраҡ яҡҡан «Башкирский парадокс» мәҡәләһенә ҡарата асыуыбыҙҙы белдерәбеҙ. Бысраҡ инсинуация, яла яғыу алымы булған һәм Башҡортостан Республикаһына, уның етәкселегенә ҡаршы йүнәлтелгән был мәҡәлә бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәре һәм аҙ тәьмин ителгән граждандар өсөн бәләкәй бюджетлы, арзан торлаҡ төҙөү тураһындағы изге идеяға тап төшөрә.
Шамонин ҡасабаһы республикабыҙҙағы “Үҙ йортом” программаһында ҡатнашҡан тәүге биләмәләрҙең береһе булып тора. Был программа йорт төҙөлөшө өсөн түләүгә 300 мең һум күләмендә ташламалы кредит бирҙе, уны түләү ваҡытын биш йылға оҙайтыуҙы күҙ уңында тота. Йорттоң хаҡы майҙанына, материалға, тәҙәүсегә бәйле һәм бер квадрат метр өсөн 8-12 мең һум тәшкил итә - был Башҡортостанда ғына түгел, шулай уҡ Рәсәй төбәктәренең күбеһендә яңы төҙөлгән торлаҡ өсөн иң түбән хаҡ.
22 февралдә РФ төбәктәр үҫеше министры Виктор Басаргин, аҙ ҡатлы төҙөлөш буйынса III Бөтә Рәсәй конгресында сығыш яһап, Рәсәйҙә индустриаль аҙ ҡатлы йорттар һалыуҙы үҫтерергә һәм бер квадрат метр өсөн торлаҡ хаҡының 30 меңдән артмауына ынтылырға кәрәк, тип билдәләне (Белешмә: Башҡортостан Республикаһы буйынса әле беренсел баҙарҙа торлаҡ хаҡы 36 мең һумға тиң).
“Үҙ йортом” программаһының ташламалы схемаһы буйынса торлаҡ төҙөү Башҡортостан Республикаһында бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең һәм аҙ тәьмин ителгән граждандарҙың күпселеге өсөн ҡулынан килерлек эш.
Тап ошо маҡсатҡа ынтылды ла инде республика етәкселеге. Әйтергә кәрәк, “Үҙ йортом” программаһы эшләй башлағас, Өфөләге торлаҡҡа ла хаҡтар һиҙелерлек кәмене.
Аҙ ҡатлы төҙөлөш проблемаһына ил власының бөтә кимәлдәрендә лә иғтибар бирелә. РФ Президенты Дмитрий Медведев фекеренсә, көрсөк шарттарында аҙ ҡатлы төҙөлөштө үҫтереү торлаҡ проблемаһын хәл итеүгә булышлыҡ итеп кенә ҡалмайынса, төҙөлөшкә лә этәргес буласаҡ һәм сәнәғәттең ҡатнаш тармаҡтарын үҫтереү мөмкинлеген бирәсәк, тимәк, Рәсәйҙә халыҡ мәшғүллеген яҡшыртасаҡ. Аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөлөшө ҡеүәте ҙур булмаған һәм һалым һалыуҙың ябайлаштырылған алымын ҡулланған бәләкәй һәм урта предприятиелар өсөн табышлы эш.
2010 йылдың 2 апрелендә Өфөлә “Аҙ ҡатлы төҙөлөштө үҫтереү: төбәк тәжрибәһе, стимул биреүсе механизмдар, энергетика һөҙөмтәлелеген арттырыу” Бөтә Рәсәй кәңәшмәһе үтте. Илдең 65 төбәге һәм федераль дәүләт власы органдары вәкилдәре Башҡортостанда төҙөлгән ҡасабалар өлгөһөндә аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөү тәжрибәһен, территорияларҙы аҙ ҡатлы төҙөлөш өсөн комплекслы үҙләштереүҙе, ҡасабаларҙа коммуналь инфраструктураны үҫтереүҙе тикшерҙе. Бөтә Рәсәй кәңәшмәһендә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла Башҡортостанда аҙ ҡатлы йорттар һалыу башланғысын һәм алымдарын хупланы.
Һәм ошонан һуң Рәсәй Хөкүмәте тарафынан ойошторолған етди һәм ил халҡы менән хөрмәт ителгән абруйлы гәзиттә А.Сидреевтың мәҡәләһе донъя күреүе республика халҡында аңлашылмаусанлыҡ һәм Башҡортостан Республикаһы етәкселегенең йәш быуынға, йәш ғаиләләргә, шулай уҡ аҙ тәьмин ителгән граждандарға ярҙам күрһәтеү йөҙөнән киҫкен торлаҡ проблемаһын хәл итеүгә йүнәлтелгән иң яҡшы башланғыстарҙың береһенә ошондай кире баһа биргән өсөн үпкә тойғоһо тыуҙыра.
“Үҙ йортом” программаһында ҡатнашыусыларҙың яҡын арала үҙ ғаиләһе өсөн фатир йәки йорт һатып алыу мөмкинлеге булманы. Бөгөнгө көндә 4,5 меңдән ашыу ғаилә программала ҡатнашырға теләй. Шуларҙың 2 меңе республиканың Өфө районындағы Шамонин, Дорогино, Жуково ҡасабаларында ер участкаһы алды. Программала ҡатнашыу һөҙөмтәһендә уларҙың күпселеге быйыл өй туйлаясаҡ. Шамонин ҡасабаһында йәшәүселәрҙең балалары быйыл сентябрҙә яңы балалар баҡсаһына, заман талаптарын иҫәпкә алып өр-яңы технологиялар буйынса һалынған яңы мәктәпкә барасаҡ.
Билдәләргә кәрәк, республика етәкселеге өлгәшелгәндәрҙә туҡталып ҡалырға йыйынмай. Төҙөүселәр Өфө районының Зубово ауылында, Нагаево ауылында (Өфө ҡалаһы), Шишмә районының Алкин шифаханаһы ауылында яңы майҙансыҡтарҙы үҙләштерә башлаясаҡ. Киләсәктә Башҡортостан Республикаһының Туймазы, Учалы, Баймаҡ, Бөрө, Сибай, Октябрьский ҡалаларында, Борай, Стәрлебаш, Хәйбулла,Ейәнсура, Күгәрсен, Бөрйән муниципаль райондарында башҡа майҙансыҡтарҙы үҙләштереү күҙаллана.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте аҙ ҡатлы төҙөлөш тәжрибәһен артабан республиканың барлыҡ территорияларында таратырға ниәтләй. Был аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөлөшөн әүҙемләштереү мөмкинлеген бирәсәк, халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреүгә, республикалағы социаль һәм иҡтисади тотороҡлоҡто арттырыуға ыңғай йоғонто яһаясаҡ.
Беҙ республикалағы халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән социаль программалар өсөн Башҡортостан республикаһы Президенты Мортаза Рәхимовҡа рәхмәтлебеҙ һәм намыҫһыҙ, компетентһыҙ журналистар тарафынан улар исеменә нахаҡ ғәйеп ташлауға бәйле тәрән борсолоу белдерәбеҙ.
Рәсәй Федерацияһы етәкселеге тарафынан хоҡуҡи дәүләт һәм демократик йәмғиәт төҙөү буйынса күләмле эш алып барыу шарттарында гәзиттәрҙә, телевидениела, Интернетта намыҫһыҙ сәйәсмәндәр заказы буйынса Башҡортостан Республикаһы етәкселеген генә түгел, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең һәм “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының сәйәсәтен дискредитациялаусы кире мәғлүмәттәр донъя күрә. Киң мәғлүмәт сараларындағы ошо һәм башҡа мәҡәләләр, Рәсәй каналдарында илдең күп милләтле төбәктәренең береһендә граждандар йәмғиәтен ҡаҡшатыуға йүнәлтелгән телетапшырыуҙар беҙҙе тәрән борсой һәм хәүефкә һала. Уларҙың барыһының да заказлы булыуы аңлашыла.
Хөрмәтле Дмитрий Анатольевич һәм Владимир Владимирович, һеҙгә мөрәжәғәт итеп, ғәҙеллек һәм законлыҡ тантана итер, тигән ышаныста ҡалабыҙ, шуға күрә мөрәжәғәтебеҙгә битараф ҡалмауығыҙҙы һорайбыҙ”.
Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы Советы ултырышында Башҡортостан халыҡтарының милли йәмәғәт ойошмалары, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы ижади союздары рәйестәре ҡатнашты.
Автор:"Башинформ"
Читайте нас: