Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79
0
90.01
0
74.23
+4.87
22+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
18 Июнь 2010, 16:45

Суд приставтарының "ышаныс телефоны" шылтыратыуҙар көтә

Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында тәүлек әйләнәһенә «ышаныс телефоны» эшләүен дауам итә: (347) 273-59-82.
Халыҡ менән элемтәнең бындай ысулы енәйәттәр яһауҙы иҫкәртеүсе, шулай уҡ ойоштороу характерындағы саралар күрергә, атап әйткәндә, суд приставтарының үҙҙәренең араһында коррупция факттарын асыҡларға ярҙам итә.
РФ Федераль суд приставтары хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, һәр мөрәжәғәт ентекле тикшерелә, һәм вазифалы кешеләрҙең законды боҙоу осраҡтары күҙәтелһә, кисектергеһеҙ саралар күрелә.
Автор:Юлай Мәғсүмов
Читайте нас: