Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.29
-0.21
89.84
-0.3
68.81
-1.32
13+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
28 Май 2010, 12:13
Мортаза Рәхимов Учалы һәм Хәйбулла райондарына юлланды
28 майҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов эш сәфәре менән Учалы һәм Хәйбулла райондарына юлланды. Сәфәр барышында республика Президенты Башҡортостандың Урал аръяғы тау-металлургия тармағы үҫеше менән танышасаҡ.
Мортаза Рәхимов «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә буласаҡ. Предприятиеның төп корпусында флотация паркы реконструкцияланды, иҫкергән машиналар урынына юғары технологиялы машиналар ҡуйылды. Флотацияның дүртенсе секцияһын өҫтәп төҙөү алып барыла, онтау бүлексәһендә «Доберсек» немец фирмаһының автоматлаштырылған ҡоролмалары монтажланған. Комбинатта шулай уҡ руда ваҡлау өсөн яңы ҡорамал урынлаштырыла.
Учалыла Башҡортостан Президенты «Таусы» ябыҡ боҙ һырғалағына тәүге нигеҙ ташы һалыу тантанаһында ҡатнашасаҡ. Объект төҙөлөшө 2010 йылдың яҙында башланды, быйыл декабргә тамамларға планлаштырыла. Һырғалаҡтың тамашасы залы 1,5 мең урынға иҫәпләнгән.
Хәйбулла районында Мортаза Рәхимов «Юбилей» баҡыр-цинк рудаһы ятҡылығында «Башҡортостан баҡыры» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең байыҡтырыу фабрикаһы төҙөлөшөн ҡараясаҡ. Хәҙерге ваҡытта ул Рәсәйҙәге иң ҙур ятҡылыҡтарҙың береһе. Ундағы мәғдән запасы 110 миллион тонна самаһы тәшкил итә. Ятҡылыҡ 6 урында табылған. Тәүге өс мәғдән ятҡылығы – асыҡ ысул менән, ҡалғандары ер аҫты ысулы менән эшкәртеләсәк. Руданың төп мөһим компоненттары булып баҡыр, цинк, алтын, көмөш тора.
«Башҡортостан баҡыры» фабрикаһына барғанда Мортаза Рәхимов Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Урал тау-металлургия компанияһы (УТМК) араһында Хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу тантанаһында ҡатнашасаҡ. Килешеүҙең маҡсаты булып Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, УТМК–Холдинг һәм республика биләмәһендә урынлашҡан руда табыу предприятиелары араһында үҙ-ара хеҙмәттәшлек өсөн уңайлы шарттар булдырыу, шулай уҡ социаль-иҡтисади мәсьәләләрҙе хәл итеү тора. Руда табыу сәнәғәтен үҫтереү Башҡортостан өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Республика төҫлө металлургия предприятиеларының һөҙөмтәле эшмәкәрлеге һалым һәм түләүҙәр килеүен тәьмин итә, улар төрлө кимәлдәге бюджеттарҙы тулыландырыуға тос өлөш индерә. Минерал-сеймал базаһы булыу, тау производствоһы күләмдәрен арттырыу яңы эш урындары булдырырға, Урал аръяғы райондарының һөҙөмтәле социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итергә булышлыҡ итә.
Автор:
БР Президентының матбуғат хеҙмәте
Теги:
бр президентының эш сәфәрҙәре
Читайте нас: