Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.41
-1.14
93.17
-1.2
81.31
-1.06
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
27 Май 2010, 17:47

Йәштәрҙең гражданлыҡ аңын тәрбиәләүҙә дәүләт һәм туған телдәрҙең роле

Башҡортостан Республикаһында Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәре сиктәрендә М.А.Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университетының Өфө филиалында үткән IV Кирилл-Мефодий уҡыуҙары “Яңы Башҡортостан гражданын тәрбиәләүҙә дәүләт һәм туған телдәрҙең роле” республика түңәрәк өҫтәле менән тамамланды.
Түңәрәк өҫтәл бөтә республиканан туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларын, ғалимдарҙы, милли йәмәғәт берләшмәләре активистарын йыйҙы. Унда БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы, БР Мәғариф министрлығы, Федераль мәғарифты үҫтереү институтының Милли мәғариф проблемалары үҙәге вәкилдәре ҡатнашты.
Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусыларға БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев һәм республиканың мәғариф министры Зиннәт Аллаяров ҡотлау һүҙҙәре ебәргән.
Башҡортостанда илдә иң үҫешкән милли мәғариф системаларының береһе булдырылған: мәктәптәрҙә уҡытыу алты туған телдә алып барыла, ә 14 тел предмет булараҡ өйрәнелә. Хәҙерге ваҡытта уҡыусыларҙың 73 проценты үҙ туған телен өйрәнә. 20 йылда туған телде өйрәнеү менән мәктәптәр һаны ике тапҡырҙан ашыуға артты. Иң күп һанлы алты халыҡ телендә гәзит һәм журналдар сығарыла.
— Һис шикһеҙ, республикала рус теле менән бер рәттән дәүләт статусына эйә булған башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса Башҡортостандың үҙ миссияһы, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алына Илдус Илешевтың тәбрикләү һүҙендә. – Башҡортостан — башҡорт халҡы туған телен һаҡлауҙа һәм өйрәнеүҙә, милли мәҙәниәтте үҫтереүҙә дәүләт кимәлендә ярҙам ала алған берҙән-бер урын. Унан ситтә йәшәүсе башҡорттар ҙа тарихи тыуған иленә һыйына. Рәсәй Федерацияһы башҡорттарының социаль, иҡтисади, рухи, мәҙәни тормошон һәм телен яҡлау һәм үҫтереү «Рәсәй Федерацияһы башҡорттары» Башҡортостан Республикаһы Дәүләт программаһында ҡаралған. Беҙҙең дөйөм бурыс – тел төрлөлөгө әһәмиәтен, туған телде өйрәнеү мөһимлеген бөтә кимәлдәрҙә лә таныуҙарына өлгәшеү.
Пленар һәм секция ултырыштарында түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар Башҡортостан Республикаһы белем биреү учреждениеларында дәүләт һәм туған телдәрҙе уҡытыу тәжрибәһен һәм проблемаларын; башҡорт, төрки һәм дөйөм филологияның актуаль проблемаларын; йәш быуынға патриотик һәм интернациональ тәрбиә биреүҙә дәүләт һәм туған телдәрҙең роле һәм әһәмиәтен тикшерҙеләр.
Күп сығыштарҙа билдәләнеүенсә, хәҙерге ваҡытта туған телдәр хәүеф зонаһында, юғалыу сигендә тора. Туған телен белмәгән бер нисә быуын үҫеп етте. Телде юғалтыу – һәр этностың юҡҡа сығыуының төп «симптомы» ул. Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында Федераль закон менән уның территорияһында йәшәүсе бөтә этностарҙың телдәре милли ҡаҙаныш һәм мәҙәни мираҫ тип иғлан ителгән, уларға дәүләт яҡлауы, туған телдә тәрбиәләү һәм уҡытыуҙың төрлө формаларын ойоштороуҙа, телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү өсөн кәрәкле шарттар булдырыуҙа ярҙам гарантиялана. Федераль кимәлдә алып барылған был өлкәлә «прагматизм» һәм «реаль мөмкинлектәрҙе иҫәпкә алыу» кәрәклеге тураһында бөтә һөйләшеүҙәр, йомшаҡ итеп әйткәндә, бөтөнләй урынһыҙ. Бындай «прагматик» ҡараштарҙан сығып эш итһәң, тиҙҙән күп телдәр “Ҡыҙыл кенәгә”гә эләгәсәк. Шуға күрә лә төбәк кимәлендә был йүнәлештә тырышлыҡтарҙы туплау үтә мөһим.
— Беҙҙең бурыс үҙ туған теле һәм мәҙәниәте менән ғорурланған, яҡшы белемле, конкуренцияға һәләтле быуын үҫтереүҙә тора, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Милли мәғариф проблемалары үҙәге етәксеһе Ольга Артеменко.
Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар резолюция ҡабул итте, унда, дәүләт һәм туған телдәрҙе уҡытыу йәштәрҙә гражданлыҡ аңы һәм милли берҙәмлек тәрбиәләүҙең иң һөҙөмтәле ысулдарының береһе булып тора, һәм Башҡортостандың туған телдәрҙе өйрәнеү буйынса уникаль тәжрибәһе дөйөмләштереүгә һәм Рәсәй Федерацияһы субъекттарында киң таратыуға лайыҡ, тип һыҙыҡ өҫтәнә алынды.
Автор:Марина Шумилова
Читайте нас: