13:00 (UTC+5), 14 Мая 2010

Өфөлә үткән конференцияла ерҙән файҙаланыу мәсьәләләре тикшерелде

Рәсүл Хәмиҙуллин | фото: Андрей Старостин
III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы алдынан Өфөнөң «Нефтселәр» мәҙәниәт һарайында «Башҡортостан Республикаһының яңы иҡтисади үҫеше шарттарында ерҙән файҙаланыу проблемалары» ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте. Унда министрлыҡ һәм ведомстволар етәкселәре, муниципаль берәмектәр башлыҡтары, фән эшмәкәрҙәре ҡатнашты.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Румил Аҙнабаевтың билдәләүенсә, ерҙән файҙаланыу башҡорттар өсөн һәр ваҡыт көнүҙәк мәсьәлә булған.
— Уҙған быуаттың 90-сы йылдарынан алып республика етәкселеге уға ҙур иғтибар бүлә, — тине ул. – Әммә федераль властар Рәсәйҙең төп халыҡтарының мәнфәғәтен тулыһынса иҫәпкә алмай. Бөгөнгө конференция бик күп урындарҙы асыҡларға ярҙам итергә тейеш.
Хәҙерге ваҡытта Башҡортостанда ер мөнәсәбәттәрен көйләүгә еткелекле хоҡуҡи нигеҙ булдырылған, ер ҡануниәтенең төп принциптары урынлаштырылған, ресурстар менән идара итеү тәртибе билдәләнгән. Шулай уҡ ер участкалары хужаларының хоҡуҡтары һәм бурыстары нығытылған, ерҙән түләүле файҙаланыуға, ер төҙөлөшө мониторингына нигеҙ һалынған, хосусилаштырылған предприятиелар хужалары менән дәүләт һәм муниципаль ерҙәрҙе һатып алыу механизмы ҡаралған.
Ләкин шулай ҙа бик күп ведомстволар был мәсьәләлә ҡыйынлыҡтарға осрай. Атап әйткәндә, БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Иҙел Шәйәхмәтовтың әйтеүенсә, республиканың һыу объекттары буйынса проблемалар бар. Мәҫәлән, күптән түгел Көйөргәҙе районындағы һыуһаҡлағыс менән бәйле мәсьәлә хәл ителгән, унда спирт-араҡы заводы законһыҙ рәүештә бысраҡ һыуҙарын ағыҙған. Тикшереү үткәргәндән һуң ғәйеплеләргә штраф һалынған, авария эҙемтәләре бөтөрөлгән.
— Беҙҙең төп проблемалар документтар әҙерләгән ваҡыттағы бюрократик ҡаршылыҡтарҙан, урындағы хакимиәттәрҙең ерҙән файҙаланыуҙағы мөһим мәсьәләләрҙе аңламауынан ғибәрәт, — ти Башнедра башлығы Рәсих Хәмитов. – Муниципаль район башлыҡтарының беҙҙең геологоразведчиктарҙы эш урынына үткәрмәгән осраҡтары бар. Ҡайһы берәүҙәре вазифаларын башҡарған өсөн уларға штраф та яҙып бирә. Улар был осраҡта хеҙмәткәрҙәребеҙҙең үҙҙәренең милкенә зыян килтереүҙәренә һылтана. Һәм был бар эштәр ҙә республика именлеге өсөн эшләнгән осраҡта.
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитет рәйесе Франис Сәйфуллиндың хәбәр итеүенсә, РФ Ер кодексы нормаларын һәм башҡа федераль һәм республика закондарын ҡулланыу практикаһынан күренеүенсә, ер мөнәсәбәттәрен көйләүҙә тәү сиратта хәл ителергә тейешле проблемалар бихисап.
— Граждандар хоҡуғын ғәмәлгә ашырыу маҡсатында республикала ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе хосусилаштырыу тамамлана, уның һөҙөмтәһендә 350 мең кеше 2300 мең гектар ерҙең милексеһенә әйләнде, — тине Франис Асҡарйән улы. – Башҡа райондарҙың уңышһыҙ тәжрибәһен иҫәптә тотоп, был мәсьәләгә махсус ҡараш булдырырға кәрәк. Сөнки бөгөн хосусилаштырылған ауыл хужалығы ерҙәренең яртыһы ер эшкәртеү менән шөғөлләнмәгән кешеләр ҡулына ҡалды.
Конференцияла министрлыҡ һәм ведомстволар етәкселәре үҙҙәренең ерҙән файҙаланыу өлкәһендәге проблемалары менән уртаҡлашты, уларҙы хәл итеү юлдарын тикшерҙе. Сарала ҡатнашыусылар байтаҡ һорауҙарҙы закондар сығарыу кимәлендә хәл итеү, фермерлыҡ һәм шәхси ярҙамсы хужалығы булған граждандарға ярҙам итеү буйынса саралар күреү, шулай уҡ ерҙән файҙаланыуҙың һөҙөмтәлелеген күтәреү кәрәк, тигән һығымтаға килде.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика