Шаршамбы, 15 Апрель 2026
|
Өфө
+12 °С
06:13 (UTC+5), 11 Май 2010

«Яңы Башҡортостан гражданын тәрбиәләүҙә дәүләт һәм туған телдәр роле» түңәрәк өҫтәле

Марина Шумилова
26 майҙа БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы, БР Мәғариф министрлығы, М.А.Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университетының (МДГУ) Өфө филиалы “Яңы Башҡортостан гражданын тәрбиәләүҙә дәүләт һәм туған телдәрҙең роле” республика түңәрәк өҫтәлен үткәрә. Түңәрәк өҫтәл Башҡортостан Республикаһында Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәре, III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек, Башҡортостан Республикаһында Республика йылы һәм Рәсәй Федерацияһында Уҡытыусы йылы, IV Кирилл-Мефодий уҡыуҙары сиктәрендә үткәрелә.
Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы белем биреү учреждениеларында башҡорт, рус, татар, сыуаш, удмурт, марий, украин телдәрен уҡытыу тәжрибәһе һәм проблемаларын; Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы мәғариф системаһында дәүләт һәм туған телдәрҙе уҡытыуҙың социаль-сәйәси һәм хоҡуҡи шарттарын; Башҡортостан Республикаһының төрлө кимәлдәге белем биреү учреждениеларында интернационализм һәм ватансылыҡ тәрбиәләү мәсьәләләрен; башҡорт һәм төрки филологияһының актуаль проблемаларын; шулай уҡ туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү буйынса милли-мәҙәни берекмәләрҙең эшмәкәрлеген тикшереү планлаштырыла.
Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыуға ғалимдар, юғары уҡыу йорттары, урта профессиональ белем биреү, дөйөм белем биреү мәктәптәре, өҫтәмә белем биреү системаһы уҡытыусылары, дәүләт власы органдары, йәмәғәт ойошмалары, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре саҡырыла.
Түңәрәк өҫтәл йомғаҡтары буйынса материалдар йыйынтығы сығарыласаҡ.
Ойоштороу комитеты, сығыштарҙы баҫтырып, түңәрәк өҫтәлдә ситтән тороп ҡатнашыу формаһы ла бар, тип хәбәр итә. Ҡатнашыуға заявкалар 21 майға тиклем 238-05-04 телефоны (факсы), ufamgopu@ufanet.ru электрон почтаһы аша ҡабул ителә.
Түңәрәк өҫтәл Өфө, Сельский Богородский урамы, 37 адресы буйынса М.А.Шолохов исемендәге МДГУ-ның Өфө филиалында үткәрелә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Электрон почта
inf@bashinform.ru
Адресы
450077, Уфа, Кирова, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Ҡабул итеү бүлмәһе
(347) 250-05-07
Хеҙмәттәшлек
(347) 250-06-14
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика