Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.57
+0.16
93.26
+0.09
80.51
-1.86
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
29 Апрель 2010, 11:55

Башҡорт халҡының демографик үҫеш проблемаларына арналған түңәрәк өҫтәл

III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы алдынан Өфөлә «Башҡорт халҡының демографик үҫеш проблемалары» түңәрәк өҫтәле үткәрелде. Уны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, Башҡорт дәүләт университетының тарих факультеты, Социаль-сәйәси һәм хоҡуҡи тикшеренеүҙәр институты, БР Фәндәр академияһының Гуманитар тикшеренеүҙәр институты ойошторҙо. Алда торған халыҡ-ара форум секцияларының береһе ошо темаға арналасаҡ. Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар – ғалимдар, Башҡортостанстат вәкилдәре, республика парламенты депутаттары — башҡорт халҡының тарихи ракурста, шулай уҡ хәҙерге этаптағы демографик үҫешенә анализ яһаны, милләттең демографик процестарына ыңғай йоғонто яһарлыҡ проблемаларҙы хәл итеү кәрәклегенә иғтибар йүнәлтте.
— Түңәрәк өҫтәл темаһы — сиктән тыш мөһим, ул барыһын да борсой, сөнки халыҡтың демографик үҫеше уның киләсәктә үҫешенең күп аспекттарын билдәләй, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды түңәрәк өҫтәлде алып барыусы, БДУ-ның тарих факультеты деканы Марат Ҡолшәрипов.
Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар, башҡорт халҡының милли үҙаңының бер ни тиклем тарҡалыуына һәм көнбайыш башҡорттарының ассимиляция процестарына совет заманында рәсми башҡорт теле нигеҙенә көньяҡ һәм өлөшләтә көнсығыш диалекттары нормалары һалыныуы, шул уҡ ваҡытта бөгөн дә үҙенсәлекле төньяҡ-көнбайыш башҡорт диалекты йәшәүен дауам итеүе йоғонто яһаны, тип билдәләне.
Хәҙерге ваҡытта башҡорт этносының демографик үҫеше башлыса урбанизация һәм уға бәйле процестар: енестәр нисбәтенең үҙгәреүе, ассимиляция процестарына дусар булыу, ғаиләләрҙә балалар һаны кәмеү тенденцияһы менән билдәләнә. Был процестарға үлем һанының юғары, ғүмерҙең ҡыҫҡа булыуы өҫтәлә. Икенсе яҡтан, башҡорттар араһында ауыл халҡы өлөшө артығыраҡ (2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса 57,6 процент), ә ауылдың социаль-иҡтисади үҫеш кимәле һиҙелерлек артта ҡалыуы сәбәпле, башҡорт йәштәренең ҡалаға күсенеүе дауам итә. Түңәрәк өҫтәл ултырышында билдәләнгән кире эҙемтәләр иҫәбендә — ауылда кадрҙар етешмәүе, енес диспропорцияһы, быуындар араһындағы билдәле бер айырма, ул, һис шикһеҙ, этник үҙаңда сағыла. Шул уҡ ваҡытта башҡорт халҡының иң ҙур үҫешен күп балалы ғаиләләр өҫтөнлөк иткән тап ауыл бирә.
Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар этник “айырма”ла демографик процестар тураһында мәғлүмәт сығанаҡтарының аҡрынлап юғала барыуы айҡанлы борсолоу белдерҙе, был башҡорт халҡының үрсеүен аныҡ баһалау мөмкинлеген ҡыйынлаштыра.
Бөтә мәсьәләләрҙе тикшергәндән һуң резолюция ҡабул ителде, унда башҡорт халҡының демографик проблемаларын хәл итеүгә, уның милли үҙаңын үҫтереүгә һәм туплауға йүнәлтелгән рекомендациялар телгә алынды. Резолюцияла Урта Азия республикаларынан, Ҡаҙағстандан, Рәсәй Федерацияһы төбәктәренән башҡорттарҙы ҡайтарыу; тарихи Башҡортостан биләмәһендәге башҡорттар менән иҡтисади һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе көсәйтеү; төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшеүсе башҡорттар өҫтөнлөк иткән республика һәм күрше өлкәләр мәктәптәрендә башҡорт әҙәби телен өйрәнеү, шулай уҡ башҡорттарҙың тарихын һәм рухи мәҙәниәтен тәрәнерәк өйрәнеү; башҡорт халҡының урбанизация процестарын өйрәнеү; сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау; традицион башҡорт ғаиләһен һәм демографик процестарға йоғонто яһаусы башҡа аспекттарҙы яҡлау программаларын әҙерләү мөһимлеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Резолюцияла БР Фәндәр академияһының Социаль-сәйәси һәм хоҡуҡи тикшеренеүҙәр институты базаһында башҡорттарҙың демографик проблемаларын комплекслы өйрәнеү программаһын эшкәртеү һәм ошо маҡсатта институтта Башҡортостан Республикаһының социаль-демографик проблемаларын өйрәнеү буйынса бүлек булдырыу кәрәклеге билдәләнә.
Түңәрәк өҫтәл ҡарарҙары III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының мөһим документтарын әҙерләгәндә файҙаланыласаҡ.
Автор:Марина Шумилова
Читайте нас: