Мәскәүҙә “Башҡорттар яҡташлығы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы инициативаһы буйынса III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегаттар һайлау буйынса конференция үтте. «Салют» ҡунаҡханаһының конференциялар залында Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһе башҡорттар йәмәғәтселеге вәкилдәре йыйылды. Конференцияла РФ Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһының тулы хоҡуҡлы вәкиле Салауат Ғүмәров, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Фәнил Фәйзуллин, «Башҡорттар яҡташлығы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Тәлғәт Хурамшин ҡатнашты.
— Мәскәү башҡорттары алдында башҡорт халҡы алдында торған төп проблемалар буйынса мәскәүҙәрҙең фекерен сағылдырыу ғына түгел, шулай уҡ Мәскәү башҡорттарын борсоған төп проблемаларҙы юғары йыйылышҡа еткерерлек лайыҡлы делегаттар һайлау бурысы тора, — тип билдәләне конференцияны асып Салауат Ғүмәров. — Тимәк, Өфөгә «туй генералдары» түгел, ә эш өсөн «яныусы» әүҙем кешеләр барырға тейеш.
БР Фәндәр академияһы академигы, профессор Фәнил Фәйзуллин үҙ сығышында III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында тикшереүгә сығарыласаҡ башҡорт халҡы алдындағы мөһим проблемалар һәм бурыстарҙы яҡтыртты. Ул, башҡорт халҡын туплау бөгөн этник башҡорттарҙың төп мәнфәғәттәрен яҡлау буйынса төп хәрәкәт сығанағы булып тора, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Беренсе булып үҙ программаһы менән кандидаттар араһында берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ — Рәйсә Ишбулдина сығыш яһаны. Ғүмере буйына төҙөлөш тармағында эшләгән, хәҙер инде пенсинер, ул уҙған быуаттың 90-сы йылдар уртаһынан алып Мәскәүҙәге башҡорт милли хәрәкәтенең әүҙем ҡатнашыусыһы булып тора. Үҙ сығышында ул, Мәскәүҙә бөтә башҡорт йәмәғәт ойошмаларын берләштерерлек Башҡорт мәҙәниәт үҙәген ойоштороу ихтыяжы күптән инде өлгөрөп еткән, тип билдәләне.
Рәсәй дәүләт хеҙмәте академияһы профессоры Хәлил Барлыбаев үҙ программаһында Мәскәү башҡорт мәҙәни-милли автономияһы төҙөүҙе, шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Мәскәү бүлексәһе ойоштороу йыйылышын үткәреүҙе өҫтөнлөклө бурыстар итеп билдәләне. Ул төбәктә башҡорт йәштәренә ярҙам итеүҙең мөһимлеген айырып һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Мәскәү өлкәһе Павловский Посад ҡалаһында йәшәүсе подполковник Азамат Хызыров үҙ аллы үҙ кандидатураһын күрһәтте. Ул, әлегә тиклем өлкәлә йәшәүсе башҡорттарға иғтибар аҙ бүленде, тип иҫәпләй. Киләсәктә ул үҙ бурысын Мәскәү эргәһе башҡорттарын берләштереүҙә һәм Мәскәү башҡорттарының ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни тормошона әүҙем йәлеп итеүҙә күрә.
Юғары иҡтисад мәктәбе магистранты Илнур Әминев үҙен үҙе күрһәтеүсе икенсе кандидат булды. Ул әле үк Юғары иҡтисад мәктәбенең бер төркөм башҡорт студенттары менән бергә башҡорт мәҙәниәтен популярлаштырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған Башҡорт мәҙәниәте көнө үткәреүҙе әҙерләй. Демография буйынса белгес булараҡ, ул үҙенең төп бурысын башҡорт этносының төп демографик проблемаларын хәл итеү маҡсатында Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһе, шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа төбәктәре башҡорттарын фәнни тикшереүҙә күрә. Үҙ эшмәкәрлегендә Әминев Башҡортостан Республикаһынан Мәскәү вуздарында уҡыусы студенттарҙың Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы менән хеҙмәттәшлеген юлға һалыуға ҙур әһәмиәт бирә. Был йәш ғалимдарҙың тағы ла һөҙөмтәлерәк аяҡҡа баҫыуына булышлыҡ итәсәк. Ошо маҡсатта Илнур Мәскәүҙең башҡорт студенттарының фәнни берләшмәһен төҙөргә тәҡдим итте.
Һуңғы булып үҙ программаһы менән Рәсәй Фәндәр академияһының Иҫәпләп сығарыу математикаһы институты ғилми хеҙмәткәре Венер Ғәлин сығыш яһаны. Үҙ сығышында ул йәштәр проблемаларын һәм уларҙы хәл итеү юлдарын ҡарауға төп иғтибар бирҙе.
Тикшергәндән һуң йыйылыш III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын үткәреү буйынса ойоштороу комитеты алдында Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһенән делегаттар сифатында бөтә биш кандидатты ла (квота буйынса — дүрт делегат) теркәү тураһында юлларға ҡарар ҡабул итте. III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының хөрмәтле ҡунаҡтары иҫәбендә ветеран, Советтар Союзы Геройы Ҡоддос Латипов һәм Федераль мәғарифты үҫтереү институтының төп ғилми хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһы дәүләт мәғариф стандартында милли-төбәк компонентын кире ҡағыу менән бәйле проблемаларҙы хәл итеүҙә ҡатнашыусы педагогия фәндәре кандидаты Земфира Сәхипова тәҡдим ителде.
Конференция үҙ эшен байрам концерты менән тамамланы.