-Бындай халыҡ-ара осрашыуҙарҙа мәҙәни төрлөлөк, гуманитар хеҙмәттәшлек, толерантлыҡ кеүек хәҙер инде күнегелгән төшөнсәләр бер ни тиклем башҡасараҡ ҡабул ителә, - тине Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты делегацияһы менән осрашыу барышында Бюль(Баден) ҡалаһы бургомистры Мартин Бюркле. Осрашыу ҡала ратушаһында үтте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был сара “Донъя халыҡтары мәҙәниәттәре диалогы” халыҡ-ара проекты сиктәрендә ойошторолдо.
Әйтергә кәрәк, Башҡортостан менән Баден-Вюртемберг ере һәм уның составына ингән Бюль-Баден — дәүләт ҡоролошо, көнкүреше, менталлеге буйынса төрлө булыуға ҡарамаҫтан, төбәктәрҙең уртаҡ яҡтары ла күп. Баден-Вюртемберг Германияның иң үҫешкән төбәктәре иҫәбенә инә. Беҙҙең республика ла күп күрһәткестәр буйынса Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында алдынғы позициялар биләй. Тағы бер оҡшашлыҡ Баден-Вюртембергтың күп милләтле ер булыуына ҡайтып ҡала. Бында 111 милләт вәкиле йәшәй, Башҡортостанда – 130-ҙан ашыу.
Дуҫтарса аралашыу сиктәрендә яҡтар мәғариф һәм мәҙәниәт үҫеше мәсьәләләрен тикшерҙе. Атап әйткәндә, белгестәр әҙерләү, кластер уҡытыуы, өҫтәмә белем биреү темалары ҡуҙғатылды.
БР ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының башҡарыусы директоры Өлфәт Йомағужин, Башҡортостан менән Германия араһында эшлекле һәм дуҫтарса бәйләнештәр күптәнән килә, тип билдәләне. Ул ҡунаҡсыл Баден-Вюртемберг ере менән хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереүгә ышаныс белдерҙе.
Немец коллегаларын Башҡортостандың ҡайһы объекттары ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индерелеү хоҡуғына дәғүә итеүе ҡыҙыҡһындырҙы. Өлфәт Зәйнетдин улы хәбәр итеүенсә, уларға Бөрйән районындағы Башҡорт ҡурсаулығы һәм Шүлгәнташ мәмерйәһе, «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосы, төрки халыҡтарҙың Һабантуй милли байрамы инә. Бургомистр, Баден-Баден һәм, атап әйткәндә, данлыҡлы Лихтенталь аллеяһы донъя йәмәғәтселеге иғтибарына лайыҡ, тип билдәләне.
Ҡала ратушаһында немец дуҫтар менән осрашыу программаһын билдәле ҡурайсы Илшат Ишморатов һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәйҙә Ильясова башҡарыуында тылсымлы ҡурай моңо һәм башҡорт халыҡ йыры “Һандуғас” тамамланы.
Сит ил партнерҙары уларҙың башҡарыу оҫталығы менән һоҡланыуын белдерҙе, шулай уҡ йырсының үҙенсәлекле тауышын билдәләне.
Делегациялар традицион сувенирҙар менән алмашты. Рәсми саранан тыш, Башҡортостандан сыҡҡан ватандаштар менән осрашыу ҙа ойошторолдо.