Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.41
-1.14
93.17
-1.2
81.31
-1.06
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
27 Февраль 2010, 15:33

Президент депутаттарҙы республиканың абруйын күтәреү өҫтөндә эште көсәйтергә саҡырҙы

— Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә Башҡортостандың ыңғай имиджын булдырыу буйынса эште һиҙелерлек әүҙемләштерергә кәрәк, — тине республика Президенты Мортаза Рәхимов, депутаттар алдында БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһап. Атап әйткәндә, ул шулай тип билдәләне:
— Беҙ күп эшләйбеҙ, күп нәмәгә өлгәшәбеҙ, әммә быны күрһәтә белергә лә кәрәк. БМО системаһының халыҡ-ара ойошмалары - ЮНЕСКО, ЮНИДО, ПРООН, шулай уҡ Ислам Конференцияһы Ойошмаһы, ТӨРКСОЙ һәм башҡалар менән хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереү бурысы мөһим булып ҡала.
Республика башлығы шулай уҡ депутаттарҙың иғтибарын Башҡортостандың матди мәҙәниәте объекттарын, уның тарихын, йолаларын һәм тәбиғәт байлыҡтарын һаҡлап ҡалыу һәм популярлаштырыу буйынса тырышлыҡтарҙы әүҙемләштереү зарурлығына йүнәлтте.
Был юҫыҡта Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығының эшмәкәрлеген билдәләп үтергә кәрәк. Һуңғы йылдарҙа ведомство милләт-ара мөнәсәбәттәр, халыҡ-ара һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек өлкәһендә байтаҡ саралар ойошторҙо.
2009 йылда ғына БР Хөкүмәтенең ойоштороу һәм финанс ярҙамында республика вәкилдәре Рәсәй төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә үткәрелгән 16 Һабантуй байрамында ҡатнашты.
Был сараларҙан бигерәк тә Истанбул (Төркиә) ҡалаһындағы Һабантуй, республика делегацияһының Баку ҡалаһына (Азербайжан) сәфәре, Башҡортостанда Вьетнам мәҙәниәте көндәре, башҡорт балетының Мексикаға гастролдәре айырыуса әһәмиәтле.
Дөйөм алғанда, былтыр министрлыҡ Төркиә, Белоруссия, Украина, Германия, Ҡаҙағстан, Франция, Латвия, Испания, Португалия, Һиндостан, Хорватия, Әрмәнстан, Финляндия, Монголия, Израиль, Көньяҡ Корея, Австрия, Мексика, Чехия, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре кеүек илдәр менән әүҙем хеҙмәттәшлек итте.
Шулай уҡ 2010 йыл ТӨРКСОЙ Генераль дирекцияһы тарафынан ТӨРКСОЙ ағзаһы илдәре сиктәрендә Әхмәт-Зәки Вәлиди йылы тип иғлан ителеүе лә иғтибарға лайыҡ.
Автор:Әлфиә Әһлиуллина
Читайте нас: