04:00 (UTC+5), 07 Февраля 2010

Президентлыҡ – ул, юғары статус ҡына түгел, ул – ҙур яуаплылыҡ та

Марина Шумилова
Бөгөн – республика Президенты Мортаза Рәхимовтың тыуған көнө.
Уның бөтә ғүмере Башҡортостан менән бәйләнгән – бында уның тамырҙары, ошонда ул йәшәй һәм эшләй. Уҙған йылдар бик күп ваҡиғаларҙы үҙ эсенә алған. Иҡтисади көрсөк ауыр эҙемтәләр менән янаған һәм һәр төбәк был хәлдән үҙенсә сыҡҡан 90-сы йылдарҙы үткәрҙек. Республикабыҙҙың иҡтисади стратегияһын ваҡыт үтеү менән реформалаштырыуҙың "Башҡортостан моделе" тип атанылар. Уның нигеҙенә ике төп принцип һалынғайны. Беренсенән, емермәү, ә план-бүлеү иҡтисадын баҙар иҡтисадына үҙгәртеү, икенсенән, халыҡ өсөн социаль гарантияларҙы һаҡлау. Шок терапияһынан, тотош хосусилаштырыуҙан баш тартыу, баҙарға аҡрынлап инеү производствоны тарҡалыуҙан һаҡлап алып ҡалырға һәм унан һуң иҡтисади күтәрелеш өсөн шарттар булдырырға ярҙам итте. Дәүләттең производство ғына түгел, социаль өлкәлә лә әүҙем йүнәлеш биреү һәм ойоштороу роле беҙҙең иҡтисади үҫешкә хас үҙенсәлек булып торҙо.
Республикала иҡтисади үҫеш темптары Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән юғары. Тулайым төбәк продукты күләме һәм төп макроиҡтисади күрһәткестәр буйынса беҙ Рәсәй Федерацияһының тәүге ун, ә ауыл хужалығы продукцияһы етештереү буйынса тәүге өс субъекты иҫәбенә инәбеҙ. Тотороҡло ижтимағи-сәйәси хәл, милләт-ара һәм конфессия-ара татыулыҡ – беҙҙең айырым бер ҡаҙанышыбыҙ. Ә тыныслыҡ һәм граждандарҙың үҙ-ара татыулығы, башлыса, маҡсатҡа йүнәлешле дәүләт сәйәсәте менән билдәләнә бит. Илебеҙ кисергән үҙгәрештәр дәүере беҙҙе тормоштоң был сифаттарын айырыуса баһаларға өйрәтте.
Әлбиттә, ысынбарлыҡта проблемалар етерлек, йәшәү кимәле лә яҡшыртыуҙы талап итә, хәҙерге иҡтисади көрсөк был хәлде ҡатмарлаштыра ғына. Мортаза Рәхимов буштан-буш вәғәҙә биреүселәрҙән түгел, сөнки бөтә проблемаларҙы ишетеп түгел, ә үҙ күҙҙәре менән күреп белә. Һуңғы йылдарҙа республикала аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ярҙам итеү буйынса тәғәйен аҙымдар яһалды, республика бюджеты средстволарының яртыһынан ашыуы социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелә. Күп эштәр башҡарылды, ләкин алда тағы ла күберәк эштәр тора. Һәм республика Президенты һис тынғы белмәй, уның эш көнө 10-12-шәр сәғәт дауам итә, райондарҙа ул аҙна һайын тиерлек була. Бындай тормош темпына һәм ритмына һәр кем түҙмәй. Ләкин президентлыҡ – ул юғары статус ҡына түгел, ул – ҙур яуаплылыҡ та, яҡташтарыңдың проблемаларын һәм ауырлыҡтарын үҙ йөрәгең аша үткәреү. Шуға күрә лә Башҡортостан халҡы өс тапҡыр һайлауҙарҙа республика Президентын яҡлап алып ҡалды.
Мортаза Рәхимовтың юғары профессионализмын, эшлеклелек һәм шәхси сифаттарын Кремлдә лә юғары баһалайҙар, Рәсәй Президенты һәм Хөкүмәт Рәйесе күп тапҡырҙар уның эшмәкәрлегенә юғары баһа бирҙе. Был кешенең республика өсөн әһәмиәтен билдәле яҙыусы, «Завтра» гәзитенең баш мөхәррире Александр Проханов бик тә тос билдәләне (ә уны бит бер нисек тә ярамһаҡланыуҙа ғәйепләп булмай).
- Президент Рәхимов идарасыларҙың юғала барыусы формацияһына ҡарай, ул – идарасынан бигерәк, Милләт Атаһы, уның символы, - тип билдәләне Александр Проханов. – Бындай сифаттар Европа кимәлендәге сәйәсмәндәргә бөтөнләй хас түгел. Ул республика өсөн баһалап бөткөһөҙ кеше.
1 из 16
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика