Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.57
+0.16
93.26
+0.09
80.51
-1.86
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
21 Ғинуар 2010, 13:31

Салауат Харасов: БР контроль-иҫәп платаһы бюджет сараларын һәм дәүләт милкен файҙаланыуҙы ныҡлы контролдә тота

Башҡортостан муниципаль район һәм ҡала округы хакимиәте башлыҡтарының семинары сиктәрендә үткән сираттағы түңәрәк өҫтәлдә бюджет сараларын, дәүләт һәм муниципаль милекте маҡсатлы һәм нәтижәле файҙаланыу мәьсәләләре ҡаралды. Башҡортостан Республикаһының Контроль-иҫәп палатаһы эшмәкәрлегенең дәүләт контроле өлкәһендәге төп йүнәлештәре тураһында уның рәйесе Салауат Харасов һөйләне.
Ул, атап әйткәндә, бюджет сараларын һәм бюджеттан тыш территориаль дәүләт сараларын маҡсатлы һәм нәтижәле файҙаланыуға, Башҡортостан Республикаһының дәүләт милкен маҡсатлы ҡулланыуға контроллек итеүҙең Контроль-иҫәп палатаһы өсөн тәүге мөһим мәсәләләрҙең береһе булыуын билдәләне.
Ойошторолғандан, 2003 йылдан алып, Контроль-иҫәп палатаһы 6000 объектты үҙ эсенә алған 730 тикшереү үткәргән. Тикшерелгән саралар күләме 120,0 миллиард һум.
2003-2009 йылдарҙа республиканың бюджет проекттары һәм республика бюджеты үтәлеше тураһындағы иҫәп биреүҙәр, Республика мотлаҡ медицина страховкалау фонды һәм Фонд бюджетының үтәләше тураһындағы отчеттар, республика бюджетына үҙгәрештәр индереү тураһындағы закон проекттары буйынса 33 һығымта әҙерләнгән. Улар барыһы ла билдәләнгән ваҡытта Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға ебәрелгән һәм тейешле закондар ҡабул ителгәндә иҫәпкә алынған.
2003-2009 йылдарҙа алып барылған тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә дәүләт һәм муниципаль милекте, ер участкаларын маҡсатлы ҡулланмау арҡаһында, республика, район һәм ҡала бюджеттары 608 миллион һум күләмендә килемде алып бөтөрмәгән. Иң йыш осраусы етешһеҙлектәр – ҡуртымға түләүҙәрҙең ваҡытында һәм тулыһынса күсерелеүен тәьмин итеүҙә контролдең етешмәүе, килешеү төҙөмәйенсә, йәғни бушлай, милек менән ер участкаларын ҡулланыу, ҡуртымға түләүҙәрҙе иҫәпләгәндә кәметелгән коэффициент ҡулланыу.
БР КИП рәйесе әйтеүенсә, закон менән билдәләнгән вәкәләттәр ярҙамында Контроль-иҫәп палатаһы етешһеҙлектәрҙе һәм тәртип боҙоуҙарҙы ваҡытында һәм тулыһынса бөтөрөүгә ирешә. Палатаның тәҡдимдәре һәм күрһәтмәләре был эштә хәл иткес инструмент һанала, сөнки үтәлгәндән һуң ғына улар контролдән алына.
Асыҡланған етешһеҙлектәрҙе һәм тәртип боҙоуҙарҙы бөтөрөү буйынса башҡарылған саралар һөҙөмтәһендә төрлө кимәлдәге бюджеттарға 463,4 миллион һум ҡайтарылған. Республика, район һәм ҡала бюджеттары дәүләт һәм муниципаль милекте маҡсатлы ҡулланмау сәбәпле юғалтҡан килемде кире ҡайтарыу арҡаһында 298,1 миллионға тулыланған.
Палата Рәсәй Федерацияһы контроль-иҫәп органдары ассоциацияһының ағзаһы ла. Ассоциацияның ағзаһы булыу Рәсәй Федерацияһы Иҫәп палатаһы менән бергә Рәсәй субъекттарының контроль-иҫәп органдары эшмәкәрлегенең формалары һәм алымдары тураһында даими мәғлүмәт алыуға ярҙам итә.
Һүҙ аҙағында Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе дәүләт контроллек итеүселәренең муниципалитеттар башлығы менән артабан да эшлекле хеҙмәттәшлеккә өмөт итеүен билдәләп, икеһенең дә маҡсаты бер - бюджет сараларының һәр бер һумын тәғәйенләнеше буйынса ҡулланыу икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Автор:Әлим Фәйезов
Читайте нас: